Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль , 11:05

Әсәһен тапатып үлтергән

Ҡурҡыныс хәл Учалы районында була... 

Әсәһен тапатып үлтергән
Әсәһен тапатып үлтергән

Учалы районының Туңғатар ауылында 38 йәшлек ир кискеһен күп кенә итеп эскән, һуңынан рулгә ултырырға булған. Әсәһе асҡысын тартып алып, улын уйланылмаған аҙымынан туҡтатырға маташҡан, ләкин тегеһе пландарынан баш тартмаған. Һөҙөмтә бик аяныслы: автомобиль ҡатынды ҡапҡа янында тапатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатынды ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, ул ашығыс ярҙам килгәнсе яҡты донъя менән хушлаша.

Һәләк булған ҡатындың улы ваҡиға урынынан ҡасҡан, машинаны икенсе ихатаға ҡыуып индергән һәм артабан эсергә киткән. Медицина тикшереүе үткән мәлгә унда этил спирты күләме 1,270 мг/л тәшкил иткән. Был уның ныҡ иҫерек булыуын дәлилләй.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тикшереү бара.

Фото: Телеграм. 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: