Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Июнь , 09:18

Һеҙ теҙген еләктәрҙе беләһегеҙме?

Иң эреһен, иң бешкәнен генә һайлап теҙәһең.    

Һеҙ теҙген еләктәрҙе беләһегеҙме?
Һеҙ теҙген еләктәрҙе беләһегеҙме?

Йәйҙең йәме - еләктә, тигәндәре дөрөҫ шул. Әленән-әле социаль селтәрҙәрҙә еләк йыйыуҙар тураһында бик матур яҙмалар күренә. Шуларҙың береһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Әлиә Саматова күптәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ шәп пост яҙған.

"Иҫке ауыҙым - яңы ашым", - тип тәмләп ашар ине әзәйем ошолай теҙгенгә теҙеп алып ҡайтҡан еләктәремде.

Күрше Нәғимә әбейҙе, Әлиә ҡыҙым еләк йыйған, әйҙә еләкләп сәй эсергә ин, тип саҡыра һалып алыр ине. Оло кешеләрҙе һөйөндөргәнемә ҡыуанып бөтә алмай инем. Иҫке ауыҙ менән яңы ашты, әлбиттә, үҫкәс кенә аңланым.

Еләккә барһам, бер еләкте лә ашамай ғына, тәүҙә һауытымды тултырам, шунан тултырмышты, аҙаҡ ҡына ҡорһаҡҡа сират етә. Йүкә япрағына төрөп ашаһаң, бигерәк тә тәмле. Ҡайтыу юлына сыҡһаң, еләктәр күбәйеүсән бит ул. Ана шул ваҡытта инде теҙгендәр ярҙамға килә. Иң эреһен, иң бешкәнен генә һайлап теҙәһең.

Бына бөгөн дә шул матур, мәңге онотолмаҫ бала сағымды, инде күп йылдар янымда булмаған ҡәҙерлеләремде хәтерләй -хәтерләй, еләҫ тауҙа тәбиғәт бүләген йыйып төштөм. Теҙгенгә теҙгәндәремде улым тәмләп кенә, рәхмәт әйтеп, ашап ҡуйҙы. Ул да бер мәл шулай инәһенең еләк алып ҡайтҡанын яратып хәтерләр әле. Ни тиһәң дә, мин ике улыма ла бәләкәстән теҙген еләктәрен тәмләтеп торам бит",  - тип яҙған Әлиә Саматова.

Ә һеҙ теҙген еләктәрҙе белә инегеҙме? Ә мин юҡ.

Фото һәм сығанаҡ: Әлиә Саматова

 

Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
 
 
Һеҙ теҙген еләктәрҙе беләһегеҙме?
Һеҙ теҙген еләктәрҙе беләһегеҙме?
Автор:
Читайте нас: