Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июнь , 14:29

Еләк ҡайнатмаһына май ҡушығыҙ

"Еләктән ҡайнатма әҙерләгәндә яңы бешереү ысулын ҡулланып ҡараным..."    

Еләк ҡайнатмаһына май ҡушығыҙ
Еләк ҡайнатмаһына май ҡушығыҙ

Баҡса еләгенең гөрләп өлгөргән сағы, быйыл еләк күп, шөкөр, шуны йыйып эш итәһе ҡалды, тип яҙған Баймаҡ районынан Гөлгөнә Байегетова һәм баҡса еләгенән тәмле ҡайнатма эшләү рецебын уртаҡлашҡан. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә уның кеүек тәмле ҡайнатма эшләп ҡарағыҙ әле.

"Йыйған еләктәремдән ҡайнатма әҙерләнем дә һеҙҙең менән дә бүлешергә булдым, яңы бешереү ысулын ҡулланып ҡараным, күбеге барлыҡҡа килмәһен өсөн һары май ҡушып ҡайнатырға кәңәш итәләр, ысынлап та, күбеге барлыҡҡа килмәне, бик матур булды.

Еләктәрҙе йыуып, һыуынан һарҡытып ҡуйып торғандан һуң, өҫтөнә самалап шәкәр ҡомо һалып бер төнгә һалҡынға тышҡа сығарып торҙом. 1 кг еләккә 1,2 кг шәкәр ҡомо алына, минең 2 кг еләк булғас, 2,4 кг шәкәр алдым. Еләктәрҙе талғын утта ҡайнатырға ҡуйҙым, шул арала бер аш ҡалағы май һалдым, ҡайнап сыҡҡас, 10 минут самаһы ағас ҡалаҡ менән болғап ҡайнатып алдым.

Һыуынған ҡайнатманы мөмкин стерилләнгән банкаларға һалырға, әммә мин ғәҙәттәгесә таҙа итеп йыуылған банкаларға һалам һәм капрон ҡапҡас ҡына ябам.

Яҡшы һаҡланһын һәм ризыҡҡа яҙһын барыбыҙға ла!" -тигән ул.

Фото һәм видео: Гөлгөнә Байегетова.

 

Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: