Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июнь , 09:26

Эҫелә ҡош-ҡортто нисек тәрбиәләргә?

Бройлер себештәренә картуф бирергә ярамай.    

Эҫелә ҡош-ҡортто нисек тәрбиәләргә?
Эҫелә ҡош-ҡортто нисек тәрбиәләргә?

Эҫе көндәрҙә ҡош-ҡорт себештәренең ҡанын шыйыҡлатырға кәрәк. Бройлерҙың тән температураһы былай ҙа юғары бит. Эҫелектән тромб өҙөлөүе ихтимал. Ҡоштарға биргән һыуға лимон һуты йә лимон кислотаһы өҫтәргә мөмкин. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы нисбәтенән. Быны өс айлыҡ ваҡыттарынан эшләргә була. 

Аҫтындағы бысҡы онтағын йышыраҡ алмаштырыу зарур. Өҫтөн яңыртырға түгел, тулыһынса алып, яңыһын түшәргә кәрәк, сөнки түшәктәре тиҙ йылына һәм унда микробтар үрсей.

Был кокцидиоз барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә: себештәрҙең тиҙәге тәүҙә - аҡҡа, артабан ҡыҙылға әйләнә. Был сир бысраҡ һауыт-һабанан, бысраҡ түшәктән йоға. Һыу һауыттарын кирбес өҫтөнә ҡуйығыҙ, себештәр унда тәпәйҙәре менән менеп баҫмаһын.

Әлбиттә, уларҙы йышыраҡ күләгәлә тоторға. Күптәр бройлер тауыҡтарын һуйыр алдынан һимертер өсөн картуф бирә башлай. Әммә эҫелә уларҙың ҡорһағында картуф тотҡарлана һәм әсей башлауы бар. Өйрәккә бирергә була, тик тауыҡ себештәренә түгел.

Эҫелә һыуҙы ла йыш алмаштырырға кәрәк. Ул тиҙ йылына, һәм себештәр эҫе һыу эсергә мәжбүр. Һәм йәнә шыйыҡлыҡ эсеп һыуһындарын ҡандырырғылары килә.

Зөлфиә Ғәбитованан.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
 
 
Фото: интернеттан алынды.
Автор:
Читайте нас: