Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Июнь , 10:40

Мажаралы төн Юмореска Таһир Вилданов

Быйылғы йыл бигерәк кешенең йәненә теймәле килде. Яҙын өҫтән фуфайка төшмәне. Бәрәңгене апрель уртаһында ҡояшлы көндө ултырттыҡ. Май байрамында алмағастар сәскә атҡас һыуыҡ тейеп, алмалары туңып бөттө. Бына әле көндөҙ тышта ҡырҡ градус эҫе булһа, өйҙә Сахара - температура иллегә тарта. Бына шундай экспериментлы тормошта йәшәй башланыҡ.

Мажаралы төн                   Юмореска         Таһир Вилданов
Мажаралы төн Юмореска Таһир Вилданов

Бөгөн йоҡларға ятҡас, ҡырҡҡа әйләнеп-тулғанып яттым да ҡатын эргәһенән бесәй шикелле шым ғына тороп киттем. Өҫтөмә простыня ғына ябынып, урамдағы ҡапҡа төбөндәге ултырғысҡа сығып ултырҙым.
Эй, ултырам, эй, ултырам, егет саҡта ҡапҡа төбөндә ултырған ваҡыттар иҫкә төшә башланы. Уйҙарҙы ҡайҙалыр өҙҙөрөп һайраған ҡош моңо өҙә. Шул саҡта сиңерткә ниҙер сырҡылдай. Башҡа төрлө уйҙар килә.
Шулай ултыра торғас, һауалағы йондоҙҙарҙы һанай ғына башлаған инем, әлеге лә баяғы шул һалмыш күршем “Сығырһыңмы ҡаршы алырға” тигән йырын беҙҙең йортҡа ҡаршы булған тыҡырыҡ башында һуҙып йырлап ебәрмәһенме!
- Тағы бөгөн күрше байрам иткән, - тип уйланып йырын тыңлап ултырғанда, алпан-толпан атлап күршем Әптерәй күренде. Ни тиҙ генә ихатаға инеп ҡаса алманым, бына хәҙер уның әкиәт һөйләгәнен таңға тиклем тыңлап ултыр инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, ул Хызыр Ильяс шикелле ҡаршымда пәйҙә лә булды.
Нимә булһа ла булыр, тип ултырған урынымдан һикереп тороп ергә һөйрәлеп төшөп барған простынямды елкәмә йүнәтеп һалған ғына инем, күршем саҡ атлап килгән еренән туҡтаны ла күҙҙәрен бүреләй ялтыратып, минән уттан ҡасҡандай ҡурҡып, урамдың икенсе башына торҙо ла йүгерҙе.
- Бына һиңә кәрәк булһа, мин унан ҡасыр урынға, ул минән ҡурҡып ҡасты. Бағаналарҙа янған уттар араһында йәшен тиҙлегендәй генә күренеп ҡалды!
- Хәҙер нимә эшләргә инде. Ҡатыны килеп сыҡһа, нимә тип әйтергә. Бөттө баш, - тип ҡайғырып ултырғанда:
- Нимә эшләп һаман да өйгә инмәйһең, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китеп, әйләнеп ҡараһам, эргәмдә эске күлдәктә генә күршенең ҡатыны баҫып тора.
- Ай, Аллам, үләм инде хәҙер, - тип ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәреүемә эске күлдәктәге ҡатын сай-сой килеп үҙҙәренә инеп китте.
Ҡапҡа төбөндә ҡараңғылыҡта бер үҙем тороп ҡалдым. Хәҙер былар ирле-ҡатынлы икеһе ике яҡтан килеп сыҡһалар, минең көн бөттө, - тип уйланым да өйгә ҡатын янына инеп сумдым. Үҙем ҡалтыранам, үҙем ҡайғырам.
Ҡатынға, эргәмдә күрше ҡатыны баҫып тора, тип әйтһәм, ул нимә уйлап, нимә әйтер. Шунан мин ҡайҙа сығып ҡасырмын, тип уйлана-уйлана йоҡлап киткәнмен.
Иртән күршенең һыйыры баҡырғанға уянып киттем. “Һыйырҙы көтөүгә ҡыуманыңмы ни?” – тигән булдым.
- Ни эшләптер күршеләр һыйырҙарын көтөүгә ҡыумағандар. Әптерәйҙе лә Ғөбәйҙәрҙең ҡапҡа төптәрендә йоҡлап ятҡан еренән уятып ҡайтарып ебәргән ҡатын-ҡыҙҙар, - тип ҡатын әйткәс, минең башҡа кувалда менән һуҡҡандай булды.
- Һин давай былай ултырма, күршеләр менән берәй нимә булмағайы тағы. Бар инеп сыҡ әле, - тип ҡатынды индереп ебәрҙем.
Ҡатын бер аҙҙан ҡайтып инде.
- Йә, нимә булған? – тип һорауға ҡатын ҡулын һелтәп:
- Беләһеңме, үткән төндө беҙҙең ҡапҡа төбөндә Ғазраил ап-аҡ кәфенгә төрөнөп ултырған. Тәүҙә Әптерәй ҡурҡышынан ҡайһы яҡҡа барырға белмәйенсә ҡасҡан. Иренә ҡаршы сыҡҡан Миңһылыубикә Ғазраилдың: “Үлтерәм мин һине”, - тип әйткән һүҙен ишетеп өйөнә инеп бикләнгән. Ә һин ятаһың бер нимә лә белмәйенсә. Күршеләр саҡ үлемдән ҡалғандар. Уларҙы алып китһә, сиратта беҙ торабыҙ, - тип ҡатын мине төрткөләй-төрткөләй уятып өҫтәл буйына саҡырҙы.
Бына шул көндән һуң күршем Әптерәй аҡылға ултырҙы, эштән дә ут алғанға тиклем айныҡ ҡайта башланы. Бына шулай мажаралы төн уны аҡылға ултыртты.
Вилдан Таһиров.
Сахай ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: