Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
14 Июнь 2024, 10:25

Ныҡ эҫе көндә һыуға һут ҡушып эсегеҙ

Эсемлектә организмдағы һыу-тоҙ балансы өсөн яуап бирә торған калий булыуы мөһим.

Ныҡ эҫе көндә һыуға һут ҡушып эсегеҙНыҡ эҫе көндә һыуға һут ҡушып эсегеҙ
Ныҡ эҫе көндә һыуға һут ҡушып эсегеҙ
Организмда тоҙ балансын яңыртыусы эсемлек – һыуға унан ике тапҡыр күберәк ҡушылған алма һуты. Эсемлектә организмдағы һыу-тоҙ балансы өсөн яуап бирә торған калий булыуы мөһим.

Әммә һыуһынды баҫыу өсөн һуттарҙы һыу менән яртылаш ҡушыу яҡшыраҡ. Әскелтем һуттар – әфлисун, грейпфрут йәки еләк морстары эсеү дөрөҫөрәк. Уларҙа организмда кислоталар балансын һаҡларға ярҙам итә торған органик кислоталар бар.

Шулай уҡ һыуһынды йәшелсә һуттары ла баҫа. Уларҙа шәкәр еләк-емеш һуттарына ҡарағанда әҙерәк. Шул уҡ ваҡытта микроэлементтар составына ла байҙар. Әммә томат һутын тоҙо аҙ миҡдарҙа булғанын һайлап алыу яҡшыраҡ.
 
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас