Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
22 Май 2024, 11:21

Ҡатын-ҡыҙ энергияны ҡайҙан ала?

Шәмиғол хәлфә нәҫеленән булған Лилиә Ялмамбетова ҡатын-ҡыҙ энергетикаһы, сәләмәтлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша:

Ҡатын-ҡыҙ энергияны ҡайҙан ала?Ҡатын-ҡыҙ энергияны ҡайҙан ала?
Ҡатын-ҡыҙ энергияны ҡайҙан ала?

- Хәҙерге заманда бөтә кешеләр ҙә, затына-енесенә ҡарамай тиекме, иң беренсе сиратта һаулығын ҡайғырта. Күҙәткәнегеҙ барҙыр: кешеләр бөгөнгө көндә эскелек, тәмәке тартыу кеүек яман ғәҙәттәрҙән еңел арына. Йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен алып барғандарҙың күп булыуы ҡыуандыра, киләсәгебеҙҙең өмөтлө булыуына ишаралай. Үҫеп килгән быуынға беҙ, ысынлап та, өлгө һәм үрнәк булып торабыҙ. Үҙебеҙҙең йәшәү рәүеше, ғәҙәттәребеҙ менән балаларға нигеҙ һалабыҙ. Ата-әсә ғаиләлә сәләмәтлек яҡлы икән, уларҙы күреп үҫкән бала ла шул юлдан тайпылмаясаҡ.

 Мин нимә кәңәш итер инем һылыуҙарға? Иң беренсе сиратта организмды таҙартыуҙан башларға кәрәк. Көндәр йылытып, йәмле яҙ етһә, беҙ барыбыҙ ҙа нескә билле, һығылмалы, һау-сәләмәт булғыбыҙ килә.  Аҫылбикә апай һөйләп үтте бит инде, тәбиғәт биргән ниғмәтебеҙ ысын мәғәнәһендә хазина. Белеп файҙаланырға ғына кәрәк. Беҙ ҡулланырға яратҡан биологик актив ҡушылмаларҙың составында ла шул уҡ үләндәр. Улар беҙҙең тормошта юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.

Хатта тарихҡа күҙ һалһаҡ,  экологик шарттар насарланыу, дөрөҫ туҡланмау кеүек сәбәптәр арҡаһында кеше организмына кәрәкле матдәләрҙең ҡытлығына килтерә. Матдәләр дефициты төрлө ауырыуҙарға ла дусар итеүе ихтимал. Был актив ҡушылмалар организмды яһалма туҡландырыуға йүнәлтелгән тиһәк тә була. Ҡулланырғамы, юҡмы тигән һорау ҙа йыш ҡалҡып сыға. Бында инде табиптар, белгестәр менән кәңәшләшеү мөһим. Һәр кем үҙенә килешкәнен һайлай ала, баҙар шарттарында бөтә төр продукциялар ҙа етерлек.

 

Ҡатын-ҡыҙ энергияны ҡайҙан ала?

 Ерҙән. Еңелсә генә баҡса эштәре, гөл-сәскә ултыртыу, тәбиғәткә сығыу, үләндәр йыйыу һәм башҡа ер менән бәйле еңел эштәр беҙгә көс бирә.

 Мунса инеүҙән, массаждан. Тик ашығыс, ҡабаланып, тиҙ генә йыуына һалып сығайым тип ингән мунсанан файҙа булмай. Уны бөтә тәрәнлегендә тойоп, шифаһын күрә белергә кәрәк. Шулай уҡ массаж да. Уны күңелегеҙ ятмаған кешенән яһатыу файҙа килтермәҫ. Сөнки арҡа ул нескә энергияны тиҙ һеңдерә торған тән өлөшө.

 Хиджама. Кире энергетиканы ғына түгел, динебеҙҙә киң ҡулланылған сәләмәтләнеү ысулы, ул хатта сихырҙы сығарыу көсөнә эйә. Бынан бер нисә тиҫтә йылдар элек уның ни икәнен бармаҡ менән генә һанарлыҡ кеше белә ине, хәҙерге көндә ул киң таралған.

 Һөлөк. Һөлөк һалдырыу ҙа беҙгә борондан килгән. Өләсәй-ҡәртәсәйҙәрҙең һөлөк һалғанын иҫләйһегеҙҙер, бысраҡ ҡанды һура, таҙарта тип  әхирәттәр бер-береһенә йөрөшөп, һөлөк ҡуялар ине. Замана ҡатын-ҡыҙҙары ла сәләмәтләнеүҙең был ысулын ҙур теләк менән ҡуллана һәм файҙаһын күрә.

 Энергетиканың таҙа булыуында шулай уҡ мөхит тә ҙур роль уйнай. Әйләнә-тирәңдә кемдәр, кемдәр менән йышыраҡ аралашаһың, кемдәр менән һөйләшәһең, сер уртаҡлашаһың – былар күҙгә күренмәгән нескә энергия.

Автор:Айгөл Айытҡолова
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас