Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель , 12:26

Ябай булмаған дата

Беҙ, серле датаның нумерологияһын һәм мистик көндә нимә эшләргә кәрәклеген асабыҙ.

Ябай булмаған дата
Ябай булмаған дата

24.04.2024 нумерологиялағы әһәмиәте

Нумерологтар был датаға тылсымлы һәм хатта мистик үҙенсәлектәр индерә, сөнки ул ай тулыуы менән тап килә. Гармонияны, мөхәббәтте, дуҫлыҡты, дипломатияны символлаштыра тип әйтелә. Был көндө мөнәсәбәттәр төҙөргә, өҙөлгән бәйләнештәрҙе тергеҙергә, һәм, әлбиттә, яҡындарың менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Ҡайһы берҙә һүҙ “алтын урталыҡ”ты һайлау, билдәләү һәм оптималь маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыу тураһында бара. Был көндө барлыҡ ғаләм бөтә ниәттәренә булышлыҡ итәсәк. Әммә улар яҡшы, үҫеш алып барһа һәм башҡаларҙың “сиктәрен” боҙмаһа ғына.

4 һаны намыҫлылыҡты, ойошҡанлыҡты, яуаплылыҡты, мотивацияны, дәрт, ышаныслылыҡты һәм аҡылды символлаштыра. Уның төп үҙенсәлеге һәр проект өсөн ныҡлы нигеҙ һалырға мөмкинлек бирә. Ул иң ныҡлы нигеҙҙәр, иң ныҡлы конструкциялар булдырасаҡ. Ул ыңғай һәм оптимистик кәйефте үҫтерә, сөнки киләсәк һеҙҙең уйҙарығыҙ һәм тойғоларығыҙ үҙгәрергә мөмкин.

24.04.2024 датаһында ике ноль бар, улар эргәлә булған һандың көсөн ҡабатлай. Комбинациялағы 2 һәм 4 һандары 24 һанын тәшкил итә, ул датаның башында һәм аҙағында тора. 24 ышаныслылыҡты һәм тотороҡлолоҡто символлаштыра, шулай уҡ конфликттарҙан ҡасыу һәм төрлө ситуацияларҙа компромисс эҙләү мөһимлеген иҫкә төшөрә. Нумерологияла ул килешеүгә һәм гармонияға ынтылып, һығылмалылыҡҡа һәм уртаҡ тел табыу һәләтенә саҡырыу булып тора.

Был көндә нимә эшләргә мөмкин?

Был көндө яҡын кешеләрегеҙ менән үҙ-ара аңлашыу мөхитендә үткәрергә тырышығыҙ. Күптән талашҡан йәки осраҡлы бәйләнеште юғалтҡан кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе яңынан төҙөргә тырышығыҙ. Үҙегеҙгә кәйефегеҙҙе күтәрерлек эш эшләгеҙ – спорт залына, киноға, осрашыуға, косметик процедураларға барығыҙ.

Рухи үҫешегеҙ һеҙҙең ҡулда.

 2024 йылдың 24 апрелендә Ғаләм беҙгә артабан ҡайҙа барырға һәм ниндәй рухи практикаларҙы һайларға кәрәклеген әйтә. Был көндө теләктәр мотлаҡ үтәләсәк. Алдан йәки был көндө теләктәр картаһын төҙөгөҙ. Йылдың үткән айҙарына нимәләр планлаштырғанһығыҙ, әммә үтәмәгәнһегеҙ икән ул эштәрҙе ниәтләп башҡарырға мөмкин. Киләһе айға йәки йыл аҙағына тиклем пландар төҙөгөҙ. Маҡсаттарығыҙҙы, мөмкин булған ҡаршылыҡтарығыҙҙы билдәләгеҙ һәм дөйөм алғанда үҙегеҙҙең эшмәкәрлек стратегияһын билдәләгеҙ.

24.04.2024 йылдың матур датаһы никах һәм туй өсөн идеаль. Был тылсымлы дата яҡшы талисман, ғаилә традицияһы, саф мөхәббәт нигеҙе буласаҡ һәм бөтә парҙарға ла бәхет килтерәсәк.

Был көндө теләктәрҙе, ниәттәрҙе Йыһанға ебәрергә мөмкин, сөнки был көндөң энергияһы киләсәккә үҙгәрештәр һәм ыңғай һөҙөмтә килтерә. Бөтә йондоҙҙар ҙа бер-береһенә тап киләсәк.

Был көндә нимә эшләмәү яҡшыраҡ?

Был көндө бәхәсләшергә йәки мәсьәләләрҙе конфликттар һәм кәмһетеүҙәр аша хәл итергә ярамай. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ, эмоцияларығыҙ һеҙгә, йәки яҡындарығыҙға көҙгөләге сағылыш кеүек, кире ҡайтасаҡ. Шуға күрә депрессиянан, көнсөллөктән, асыуҙан һәм һеҙҙе бөлдөргән башҡа тойғоларҙан баш тартығыҙ.

Был тылсымлы көндә, һеҙ бөтә үкенестәрегеҙҙе иреккә сығара алаһығыҙ, ғәфү итеү серен белә алаһығыҙ һәм уларҙы ҡабул итергә өлгәшәсәкһегеҙ. Быны нисек эшләргә? Иң ябай йоланы башҡарығыҙ.

Ҡағыҙ битенә бөтә ҡурҡыуҙарығыҙҙы, борсолоуҙарығыҙҙы, әйтеп бөтөргөһөҙ үкенестәрегеҙҙе һәм ауыртыуҙарығыҙҙы яҙығыҙ. Уны металл йәки фарфор һауытҡа һалығыҙ.

“Мин үпкәләмәйем, яңы тормошҡа ишек асам, үҙ-үҙемә ышанырға вәғәҙә бирәм” тигән һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ битен яндырығыҙ. Ул янғас, көлдө ергә күмегеҙ йәки сәскә һауытына һалығыҙ.

Ғаләм һеҙгә алға барырға ярҙам итәсәк. Һеҙгә тик кире эмоцияларҙан  ҡотолорға кәрәк.

Һандар “теленә” ҡолаҡ һал, шулай ҙа үҙ яҙмышың үҙ ҡулыңда икәнен онотма!

Мәғлүмәт интернет селтәрҙәрҙән алынды.

 

Автор:Лена Валиуллина
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: