Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель , 20:50

Мотоциклда сәйәхәт иткән Баймаҡ егете Таиландҡа барып еткән

Ғәзимгә мотоциклын самолет менән күсереү 110 мең һумға төшкән.     

Мотоциклда сәйәхәт иткән Баймаҡ егете Таиландҡа барып еткән
Мотоциклда сәйәхәт иткән Баймаҡ егете Таиландҡа барып еткән

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы егете Ғәзим Мөхәмәтйәновтың мотоцикл менән донъя буйлап сәйәхәткә юлланыуы тураһында быға тиклем дә хәбәр иткәнебеҙ бар ине. Ул Мәскәү политехник университетын тамамлаған, мотоциклдар һәм сәйәхәт менән мауыға.

Бығаса Ғәзим Һиндостан һәм Непал буйлап мотоциклда сәйәхәт итте. Унан инде самолет менән Таиландҡа осҡан. Әлбиттә, транспортын осороу бер аҙ мәшәҡәттәр тыуҙырған, бының өсөн 110 мең һум сығым киткән. “Мотоциклымды алдым. Алда Таиланд, Малайзия, Индонезия илдәре менән танышыу көтә. Австралияға барып етергә булдым”, - ти Ғәзиз.

Егет һәр илдең үҙенсәлектәре, иҫтәлекле урындары, сәйәхәт тәьҫораттары тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә һөйләп бара. Ғәзимгә уңышлы, имен сәфәр теләйбеҙ!

Фото һәм видео: Ғәзим Мөхәмәтйәновтан.

Автор:
Читайте нас: