Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Апрель , 12:38

Ҡуҙғалаҡ бәлеше бешерергә әҙерлән

Унан бәлеш эшләгәндә, тәмле еҫтәре танауҙарҙы ҡытыҡлар, ә үҙе телеңде йоторлоҡ булыр...    

Ҡуҙғалаҡ бәлеше бешерергә әҙерлән
Ҡуҙғалаҡ бәлеше бешерергә әҙерлән

Баҡсаларҙа аҙлап ҡына булһа ла ҡуҙғалаҡтар күренә башланы. Яңы ғына сыҡҡандары иң татлы була. Унан бәлеш эшләгәндә, тәмле еҫтәре танауҙарҙы ҡытыҡлар, ә үҙе телеңде йоторлоҡ булыр. Уңған хужабикәләргә тиҙҙән түбәндәге рецепт бик тә ярап ҡалыр.

Ҡамыр өсөн ике стакан он, ярты стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, бер стакан ҡаймаҡ, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс алабыҙ. Эслеккә иһә 250 грамм ҡуҙғалаҡ, ярты стакан шәкәр, 2-3 япраҡ бөтнөк, ике балғалаҡ крахмал кәрәк.
 
Тәүҙә шәкәрҙе май менән бергә ыуабыҙ. Ҡаймаҡ, йомшартҡыс ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.
 
Эслеккә тотонабыҙ. Ҡуҙғалаҡты ваҡлап турайбыҙ. Бөтнөк, шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатабыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслек һалабыҙ. Бәләкәсерәге менән ҡаплайбыҙ ҙа эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бергә бутап һөртәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем эҫетеп, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 
Бик тәмле һәм һутлы ғына пирог килеп сыға. Шулай уҡ ҡуҙғалаҡтан ваҡ бәлештәр ҙә бешерергә мөмкин.
 
Фото: page365.ru
Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: