Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Апрель , 17:31

Сәмбүсә бешереп ҡарайыҡ

Һеҙҙең яҡта был ризыҡ нисек атала?    

Сәмбүсә бешереп ҡарайыҡ
Сәмбүсә бешереп ҡарайыҡ

Ишембай яҡтарында малдың эс-бауырынан, эсәктәренән бешерелгән ризыҡты шулай атайҙар икән. Ишәй ауылынан аш-һыу оҫтаһы Рузалия Ниғмәтуллина ифтар мәжлесенә ошондай бөйөрөктәр бешергән. Уның рецебын гәзитебеҙ уҡыусыларына ла һөйләне.

- Беҙҙә, Ишембай яғында, "сәмбүсә" тиҙәр был ризыҡты. Малдың эсәк-ҡарын, бауыр-үпкәһен бешереп, ит турағыстан үткәреп, һуған, тоҙ, ҡара борос ҡушып яҡшылап бутайһың. Йылы һыуға самалап тоҙ, аш содаһы,үҫемлек майы ҡушып ҡамыр баҫаһың һәм уны йәйеп, эслекте һалып, матур итеп бөгөп сығаһың. Артабан табаға һалып, үҫемлек майында ике яҡлап ҡыҙҙырып алаһың. Аштарығыҙ тәмле булһын!- ти Рузалия апай.

Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.

 
Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
 
 
 
 
 
Сәмбүсә бешереп ҡарайыҡ
Сәмбүсә бешереп ҡарайыҡ
Автор:
Читайте нас: