Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Апрель , 19:54

Ҡамыр йомшартҡысты (разрыхлитель) үҙең эшләп ал

Ҡулланғанда бер тамсы ла һыу теймәүен күҙәтегеҙ - лимон кислотаһы шунда уҡ иреп, эшегеҙ юҡҡа сығыр.    

Ҡамыр йомшартҡысты (разрыхлитель) үҙең эшләп ал
Ҡамыр йомшартҡысты (разрыхлитель) үҙең эшләп ал

Күп хужабикәләр ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) йыш ҡуллана һәм шуға күрә үҙҙәре эшләп алыуҙы хуп күрә. 

Уны ҡапҡаслы ҡоро ғына һауытҡа һалып эшләргә кәрәк:
- 12 балғалаҡ он
- 5 балғалаҡ аш содаһы
- 3 балғалаҡ лимон кислотаһы

Бөтәһен дә яҡшы итеп болғарға, ҡапҡасын ябып һелкетеп алырға ла, ҡараңғы һәм ҡоро ерҙә һаҡларға. Ҡулланғанда бер тамсы ла һыу теймәүен күҙәтегеҙ - лимон кислотаһы шунда уҡ иреп, эшегеҙ юҡҡа сығыр.

Фото һәм сығанаҡ: "Әбйәлил ветерандыры" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
 
Автор:
Читайте нас: