Даирә
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Апрель , 13:50

Иртәнсәк нимә эшләргә ярамай?

Иртәнсәкке кәйеф күпселек осраҡта көнө буйына дауам итә. Шуға күрә иртәнде яратмаған эшкә, ямғыр-ҡар яуыуына, һыуыҡ-эҫе булыуына, барыһы ла насар булыуына зарланыуҙан башламағыҙ. Уяндығыҙ һәм йылмайҙығыҙ.

Иртәнсәк нимә эшләргә ярамай?
Иртәнсәк нимә эшләргә ярамай?

Уяна алмай ятып уятҡыстың ваҡытын күсермәгеҙ. Был организм өсөн ҙур стресс. 10-15 ятыу тәнегеҙгә ял бирмәҫ, ә бына мейегә кире тәьҫирен еткерер.
Бер үк ваҡытта йоҡлап өйрәнегеҙ. Был да организмды тынысландыра, дөрөҫ ритмға көйләй. Эш көндәре иртә тороу, ял көндәрендә оҙаҡ йоҡлау ҙа ҙур стресс бирәсәк. Шуға күрә ял көндәрендә ғәҙәттәгенән 1 сәғәткә оҙағыраҡ йоҡларға мөмкин. Был һеҙҙең ритмға йоғонто яһамаясаҡ.
Уянғас та, телефонығыҙға йәбешмәгеҙ. Беренсенән, түшәктә ятҡанда телефонды ҡарау өсөн кеше йә ҡырын ята, йә гаджетты өҫкә күтәрә. Уянып етмәгән организм өсөн был насар тәьҫир итә. Икенсенән, яңылыҡтарҙы ҡарап ятып, 5 минут урынына 40 минут үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалыуығыҙ бар.
Иртәнсәк яңылыҡтар уҡымағыҙ. Улар араһында ҡурҡыныстары ла була. Был да кәйефкә насар тәьҫир итә.
Ас ҡарынға кофе эсмәгеҙ! Был гастритҡа килтерә. Иң тәүҙә һыу эсеп ашҡаҙан-эсәктәрҙе эшләтеп ебәрегеҙ, унан иртәнге аш менән бергә кофе эсергә була.
Иртәнсәк ашаясаҡ ризығығыҙҙы, эшкә кейәсәк кейемегеҙҙе алдан уйлап ҡуйығыҙ. Был һеҙгә эшкә тыныс күңел менән һәм ваҡытында сығып китергә ярҙам итер.
Һәр иртәгеҙ йылмайыуҙан башланып, уңышлы көнгә килтерһен!

 

 

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_3385

 

Автор:
Читайте нас: