Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март , 15:24

Картуф ҡабығын ташламағыҙ!

Уны ҡыш буйы йыйып киптереп, ашлама итеп ҡулланып була. Был айырыуса емеш ағастарына килешә икән. Картуф ҡабығында крахмал күп. Ул емеш ағастарына айырыуса кәрәкле. Мәҫәлән, ҡабыҡты ашлама булараҡ ҡулланып, ҡарағаттың емешен сейә ҙурлығына еткерергә мөмкин.

√ Бының өсөн картуф ҡабығын йылытыу батареяһы янында киптереп, туҡыманан эшләнгән тоҡ йәки сумкала һаҡлағыҙ.
√ Ҡоро ҡабыҡты йомшартылған ергә таратып күмегеҙ, мәҫәлән, шул уҡ ҡарағат ҡыуағы төптәренә. Кипкән ҡабыҡ өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм һыуытырға онотмағыҙ.
√ Картуф ҡабығын кәбеҫтә менән ҡыяр ҙа ярата. Үҫентеләрҙе ултыртҡанда соҡорға аҙ ғына онталған ҡабыҡ һибеп ебәрһәгеҙ, гөрләп үҫер, тәбиғи ашлама булыр.
√ Бындай туҡландырыу йәш үҫемлектәргә тиҙ нығынырға ярҙам итә. Беренсе йылда ҡурай еләге уңышын тәьмин итеү гарантия бирмә­йәсәк, әммә үҫемлек ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға тотороҡлораҡ буласаҡ.

Автор:Лилия Арсланова
 
Автор:
Читайте нас: