Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март , 11:52

АПРЕЛЬ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛЫР ИКӘН?

Апрель айында йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр, тиҙәр.

АПРЕЛЬ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛЫР ИКӘН?
АПРЕЛЬ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛЫР ИКӘН?

Метеорологтар фаразлауына, апрель айында аяҙ, ҡояшлы булмаҡсы. Һауа торошо +8 градустан +18 градусҡаса йылы торасаҡ. Ләкин, шуныһы апрель айында йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр, тиҙәр. 

Башҡа һынамыштарға ла күҙ һалайыҡ. Ни генә булһа ла, боронғолар, көн яманы китер, тел, кеше яманы бөтһен, донъялар тыныс булһын.

Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.

Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.

Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.

1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.

12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.

15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.

24 апрелгә тиклем ҡар һыуҙары ағып бөтмәһә, тимәк, яҙ һуң килә.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: