Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март , 21:35

Бишбүләктә ҡот осҡос фажиғә

Ике сабый менән өләсәй янып үлгән. Әсә менән психологтар эшләй...

Бишбүләктә ҡот осҡос фажиғә
Бишбүләктә ҡот осҡос фажиғә

Кискә ҡарай Бишбүләк районынан ҡурҡыныс хәбәр килде: ауылда янғын сыҡҡан, унда кешеләр үлгән.

Урындағылар ҡотҡарыусыларға шылтыратып әйтеүенсә, янғын Туҡай урамындағы шәхси йортта сыға. Унда күп балалы ғаилә йәшәгән. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы көстәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә. Был ваҡытта ике ҡатлы 10-ға 10 үлсәмле йорт асыҡтан-асыҡ яна һәм төтөнгә тулған була.

Янғын һүндереүселәр өйгә инә һәм аңын юғалтҡан кешеләрҙе таба. Улар – өс һәм биш йәшлек балалар менән уларҙың 1957 йылғы өләсәһе була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уларҙың вафат булыуын раҫлай. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала утты һүндерә.

Янғын ваҡытында балаларҙың әсәһе тағы бер балаһы менән бергә дауаханала булғаны асыҡлана. Икенсе бала һәләк булғанының һыңар игеҙәге булып сыға. Ғаилә башлығы вахтала эштә. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов күрһәтмәһе буйынса урынға Баш идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин, Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ебәрелгән. Һәләк булған балаларҙың әсәһе менән психологтар эшләй.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: