Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Март , 10:02

Көмөш биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?

Сифатлы көмөш тә, ваҡыт үтеү менән, ҡарайыусан. Өй шарттарында ла матур итеп таҙартып алырға мөмкин. Ошо йәһәттән иң таралған ысулдарҙы тәҡдим итәбеҙ.    

Көмөш биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?
Көмөш биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?

Ҡайнап торған һыуға ике аш ҡалағы сода һалығыҙ һәм фольга киҫәге төшөрөп, шунда көмөш биҙәүестәрҙе 15 -20 минутҡа һалып тороғоҙ. Аҙаҡтан һыуыҡ һыуҙа яҡшылап сайып, ҡоротоп алығыҙ. Шуныһы, ҡоро сода менән таҙартырға ярамай, алҡа-йөҙөктәрҙең сыйылыуы ихтимал.

🔴Көмөштө таҙартыуҙа нишатыр спирты ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Был ысулды беҙҙең өләсәйҙәр ҙә ҡулланған. Һыуға саҡ ҡына нишатыр спирты тамыҙаһың да көмөштәрҙе ярты сәғәткә һалып тораһың. Оҙағыраҡ тоторға ла ярай. Тонған таштары ла ялтырап китер. Ҡул аҫтында нишатыр спирты юҡ икән, уны һеркә менән алыштырып та була. 6-9 процентлыға ике сәғәткә һалығыҙ. Һеркәне аҙыраҡ йылытып алһағыҙ, тағы ла һөҙөмтәлерәк. Аҙаҡ матурлап һөртөп ҡуйырға кәрәк.

🔴Һыуҙа иретелгән һабын, тоҙ ҙа көмөштәге бысраҡтарҙы яҡшы таҙалай. Бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер стакан һыуҙа иретеп, биҙәүестәрҙе ярты сәғәт ебетеп алып, ҡоротоп ҡуйыу мөһим.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 
Автор:
Читайте нас: