-4 °С
Ясна
Был эсемлекте бер ай дауамында эсһәгеҙ, ҡан тамырҙарығыҙ таҙарыр, ҡан баҫымығыҙ көйләнер һәм хәтерегеҙ яҡшырыр.⠀
Әҙерләү:
-тышы менән ҡуша 1 лимонды турағыҙ
-1 тырнаҡ һарымһаҡты иҙегеҙ
-1 аш ҡалағы бал
-1 литр ҡайнағын йылы һыу
Ошоларҙы банкаға тултырып өҫтөн салфетка менән ябығыҙ. 3 көндән һуң марля аша һөҙөп алығыҙ. Ашағандан һуң көнөнә 3 тапҡыр 1-2 аш ҡалағы эсегеҙ. Төнәтмәне балһыҙ ҙа яһарға мөмкин.