Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Февраль , 16:54

Тимер ҡалаҡ кемгә йәбешә?

Мөғжизәле кешеләр беҙҙең арала ла бар...    

Тимер ҡалаҡ кемгә йәбешә?
Тимер ҡалаҡ кемгә йәбешә?

Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол ауылында йәшәгән Зөлфирә Әмирова социаль селтәрҙә ошондай ҡыҙыҡлы фотолар һалған.

Журналист ҡыҙыҡһыныуын тыйып буламы ни! Шунда уҡ Зөлфирә ханым менән бәйләнешкә индем.

Уның һөйләүе буйынса, был һәләте әсәһе Хәҙисә Күскилдина аша бирелгән.

- Әсәйем 2016 йылда донъя ҡуйҙы. Үҙе ауырып киткәнсегә тиклем кешеләрҙе ҡабул итте. Уның ҡулының имен белгәндәр алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп етер ине. Төрлө ауырыуҙарҙы дауаланы, көслө бағыусы булды.

Айырыуса бала-саға уға тартылды. Ейән-ейәнсәрҙәренең берәй ере ауыртып, теше һыҙлап китһә, шунда уҡ өләсәләренә йүгереп барыр ине...

Ҡул көсө менән дауалауҙан тыш, әсәйем мал үтенән, киптерелгән тауыҡ бөрләтәүенән төрлө дарыуҙар эшләне. Уларҙың теүәл рецебын яҙып алмағанмын. Үлер алдынан әсәйем "белгәнемде һиңә өйрәтеп ҡалдырам" тине, әммә ваҡыт етмәйерәк ҡалды. Шуныһы бигерәк үкенесле хәҙер, - тип һөйләй Зөлфирә ханым.

Әсәһенә төрлө тимер әйберҙәр йәбешкәнен хәтерләп, Зөлфирә үҙе лә ҡалаҡтар йәбештереп ҡарай. Быға сәбәп тә бар: һуңғы ваҡытта ҡулында көс һиҙә башлай ул.

- Әсәйем һымаҡ, эстән килгән эҫегә түҙә алмай китәм. Ул шундай ваҡыттарҙа һыуыҡ һыу менән ҡойона торғайны, - тип хәтерләй Зөлфирә.

Ә һеҙ ошондай мөғжизәгә нисек ҡарайһығыҙ?

Фотолар Зөлфирә Әмированың шәхси архивынан алынды.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
 
 
 
Тимер ҡалаҡ кемгә йәбешә?
Тимер ҡалаҡ кемгә йәбешә?
Автор:
Читайте нас: