Был майҙар тирене һығылмалы итеүҙә көслө сара булараҡ билдәләнгән.
- Ярангөл майын бөтә типтағы тире өсөн дә ҡулланып була. Ул ҡан әйләнешен яҡшырта, тиренең һығылмалылығын һаҡлай, дымландыра. Ҡулланып йөрөгән кремығыҙға бер нисә тамсы тамыҙыу ҙа етә.
- Виноград төштәре майы антиоксидант үҙенсәлеккә эйә, тирене боҙған ирекле радикалдар менән көрәшергә булышлыҡ итә. Уның майында Е витамины күп, шул тирене һулыуҙан һаҡлай ҙа инде.
- Шалфей (йылан тамыры) майы. Ваҡ мимик һырҙарҙы бөтөрөүҙә һөҙөмтәле сара. Бигерәк тә дымландырыусы крем менән бергә ҡулланғанда файҙаһы ҙур. Ул антисептик, антибактериаль үҙенсәлектәргә эйә, тирене тығыҙландыра һәм һығылмалыраҡ итә.
Фото: Г. Дауытова.