Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Февраль , 10:00

Сәсем йоҡарҙы, ни эшләргә?

Ни бары өс ябай ингредиент һеҙҙең шампундән тылсымлы, витаминлы эликсир эшләй ала.

Сәсем йоҡарҙы, ни эшләргә?
Сәсем йоҡарҙы, ни эшләргә?

Был һорау күптәрҙе борсойҙор. Айырыуса ҡыш, витамин етмәгән саҡта үҙен белдерә был проблема.

Тикшерелгән һәм өй шарттарында эшләп булған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ни бары өс ябай ингредиент һеҙҙең шампундән тылсымлы, витаминлы эликсир эшләй ала.

Нейтраль рΗ-лы тәбиғи шампунь һатып алығыҙ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән ябайҙы файҙаланырға ла була. Уға розмариндың эфир майын, лимондың эфир майын һәм ике тамсы Е витамины ҡушырға кәрәк. Барыһы ла дарыуханаларҙа бар.

Әҙерләү:

Шампунгә ун тамсы розмарин майы һәм ун тамсы лимон майы тамыҙығыҙ. Аҙаҡ ике капсула Е витамины өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатығыҙ.

Нисек файҙаланырға? Көн аша ҡулланыу мөһим. Дымлы сәсегеҙгә һалығыҙ һәм массаж яһаған хәрәкәттәр менән бер нисә минут дауамында баш тиреһенә һөртөгөҙ. Ун минутҡа ҡалдырып тороғоҙ, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Һөҙөмтә һәр кемде ҡыуандырыр. Сәләмәт булайыҡ!

Автор:
Читайте нас: