Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар , 15:16

Аспириндың беҙ белмәгән үҙҽнсәлҽктәре

Гөлдө үҫтерә, бетсәнән ҡотҡара, таптарҙы бетөрә икән

Аспириндың беҙ белмәгән үҙҽнсәлҽктәре
Аспириндың беҙ белмәгән үҙҽнсәлҽктәре
Өҙөп алынған сәскәләр вазала оҙағыраҡ шиңмәйҽнсә ултырһын өсөн һыуына бер аспирин һалыуға бәйле хәйләне күптәребеҙ беләлер. Ә бына бәшмәктәр менән зарарланған гөл тупрағына аспиринлы һыу һипһәң (1 литр һыуға 1 дарыуҙы һалып иретергә), бәшмәктәрҙҽң юҡҡа сығып, гөлдөң күтәрелеп китәһен һәм шау сәскә атаһын белҽүселәр һирәктер, моғайын.

Аяҡ үксәһе тиреһенең ҡытыршыланып тупаҫланыуынан ҡотолоу өсөн 6-8 аспиринды порошок хәленә килтергәнсе төйәргә лә 0,5 сәй ҡалағы лимон согы һәм бер аҙ һыу өҫтәп ҡатнашма яһарға. Катнашманы үксәгә һылап, бинт менән урарға һәм аяҡҡа башта полиэтилен мҽшок, шунан ойоҡбаш кҽйҽргә. 10-15 минут тотарға. Шунан һуң үксәне парландырып, пемза менән ышҡырға. Бер тапкыр шулай эшләп кенә бөтмәһә, бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

Косметик маскаларға аспирин өҫтәү бетсәләрҙән ҡотолоуға ярҙам итә, бит тиреһен ағартып-нәфисләндереп ҽбәрә. Мәҫәлән, 1-2 аспиринды төйәргә лә шуға 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушып болғатырға. Битте һабынлап йыуып, кибеп ҽтмәгән бит тиреһенә масканы һыларға һәм 10 минутлап самаһы тотарға. Шунан масканы йыуып төшөрөргә һәм дымландырғыс крем һөртөргә (маска тән тиреһен киптерергә мөмкин). Майлы йәки ҡатнаш бит тиреһенә маска яһау өсөн ҡаймаҡты балға алыштырырға кәрәк.

Аспирин ярҙамында кҽйемдәге тир таптарынан (кер порошогы бөтөрмәгән таптар тураһында һүҙ) да ҡотолорға мөмкин. Йыуарға һалғансы, кҽйемнең таплы урынын аспирин иретмәһенә (ярты стакан һыуға 2-3 һалып иретергә) һалып ебетергә кәрәк. 2-3 сәғәт тотҡандан һуң машинаға һалып йыуарға (кер порошогы менән).
 
 
https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән алынды.
Автор:
Читайте нас: