Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар , 09:49

Ни өсөн йома көн кер йыуырға ярамай?

Сөнки йома намаҙына ашығырға кәрәк.    

Ни өсөн йома көн кер йыуырға ярамай?
Ни өсөн йома көн кер йыуырға ярамай?

Мосолманда йома ҙур байрам. Был көндө эшләргә ярамай, сөнки йома намаҙына ашығырға кәрәк. Шуға ла кеше был көндө эшен башҡа төрлөрәк итеп планлаштырырға тейеш. Мәҫәлән, эшен кесе йома бөтөрөргә, йә йома намаҙынан һуңға, йә шәмбегә тиклем кисектереп торорға була. Йома намаҙынан алда мосолмандар хөтбә – имамдың мөнбәргә баҫып һөйләгән һүҙен тыңлай. Шулай итеп, тәүҙә мәсеткә барып, алдан урын алып, хөтбә башланыуын көтөп ултырыу мөһим. Кем йома көнө мәсеткә иртәрәк бара, шул күберәк сауап ала. Йомаға һуңлап килгән кеше иһә ҙур сауаптан мәхрүм була. Пәйғәмбәр ﷺ шулай тигән (хәҙистән өҙөк): «Кем яҡшы итеп йыуынып, беренсе сәғәттә йома намаҙына юлланһа, был бер дөйәне ҡорбан салыуға бәрәбәр. Икенсе сәғәттә сығыу – бер һыйыр ҡорбан итеүгә тиң. Өсөнсөлә – һарыҡ, дүртенселә – тауыҡ, ә бишенселә – йомортҡа»

(әл-Бохари, Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).

Автор:
Читайте нас: