Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар , 09:24

Банан ҡабығын ташларға ашыҡма

Был ашлама гөлдәрҙе йәшәртеү, япраҡтарын ялтыратыу, үҫемлекте нығытыу өсөн файҙалы.

Банан ҡабығын ташларға ашыҡма
Банан ҡабығын ташларға ашыҡма

Гөлдәр һәйбәт үҫһен өсөн, банан ҡабығынан файҙалы ашлама яһап була икән.


Өс литрлы банкаға фильтр аша үткән һыу һалырға, шишмә һыуын ҡулланырға ла мөмкин. Ҡайнамаған һыу кәрәк. Ул бүлмә температураһында булырға тейеш. Шул һыуға ике банан ҡабығы һалырға. Бер банан, бер әфлисун ҡабығы һалып ҡуйырға ла мөмкин. Ике тәүлек торғандан һуң, ашлама өлгөрә. Һыу һипкән кеүек, гөлдәргә һибергә була. Ашлама оҙағыраҡ торһа, һыу ҡушып һибергә кәрәк.


Был ашлама гөлдәрҙе йәшәртеү, япраҡтарын ялтыратыу, үҫемлекте нығытыу өсөн файҙалы.

Фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:
Читайте нас: