Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар , 14:02

Нәзифә инәй кеүек әрләүсе юҡтыр...

Ә һеҙҙең яҡта шундай инәйҙәр бармы? Эш боҙһағыҙ, өләсәйегеҙ, ҡарсәйегеҙ һеҙҙе нимә тип быжғырта торғайны?     

Нәзифә инәй кеүек әрләүсе юҡтыр...
Нәзифә инәй кеүек әрләүсе юҡтыр...

Ҡайһы бер ҡарт кешеләр насар эш эшләүсене лә тик матур һүҙҙәр менән генә "әрләүсән". Беҙҙең ауылдағы Нәзифә инәй тап шундайҙарҙан ине. Бер ваҡиғаға үҙем шаһит булдым. Инәй юҡта уның йәшелсә баҡсаһына малайҙар "төшкән". Инәй уларҙы быжғытыу урынына:

- Һай, матурҙарым, батырҙарым, бай булғырҙарым, ашап туйҙығыҙмы? Ниңә һорап алманығыҙ? - тип иркәләп кенә ороша. Малайҙарҙың ауыҙы ҡолағына еткән, үҙҙәре:

- Инәй, һорап алһаң ҡыҙыҡ түгел, йәшенеп инһәң ҡыҙыҡ та ул, - тимәһендәрме.

Инәй һыны ҡатып көлгән арала малайҙар:

- Инәй, ниндәй эшең бар, хәҙер эшләп бөтөрәбеҙ, - тип тә ебәрә. Ул арала утын ярып өйөлгән, йорт, һарай таҙартылған, Ағиҙелдән һыу ҙа килтерелгән. Эш тә бөттө, малайҙар ҙа юҡҡа сыҡты. Яманлыҡты матурлыҡ, итәғәтле мөнәсәбәт, йылы һүҙҙәр еңде...

Тағы өләсәйемдең күршеһе Зөлхәмиҙә инәй булды. Үҙе ябыҡ ҡына, ҡупшы кейенә, ейәндәрен дә, урамдағы бала-сағаны ла ҡоймаҡ менән һыйлар ине. Үҙе тура һүҙле, етешһеҙлекте сатнатып әйтә торған кеше. Кемгәлер уның әйткәне оҡшамаһа, тупаҫ итеп яуап ҡайтарһа: "Ауыҙыңа бал да май бирәйем, ауыҙ эсең тәмләнһен, күңел түрең йәмләнһен", - тип китә лә бара инәй. Тупаҫ телле кеше ояла, аптырап тороп ҡала.

Бында ла яҡшы һүҙ бүлкәте тупаҫ һүҙ бүлкәтен еңә. Тимәк, кеше күңелендәге һәр бүлкәтте Хоҙай үҙе бүлеп биргән, үҙе белеп аса. Ҡайһы берҙәре ғүмер буйы бикле булып, ҡартлыҡ миҙгелендә асылыр мөҙҙәтен көтә. Иллә мәгәр, кеше күңелендәге һәр бүлкәт үҙ бурысын үтәй: кешегә, тормошҡа, тирә-йүнгә үҙенең төрлө-төрлө "таштарын" ташлай. Ҡайһы саҡта ул таштар араһында аҫылташтар ҙа осрай...

Күп холоҡто үҙгәртеп тә булмай. "Бөкөрөнө бары ҡәбер төҙәтә", тиҙәр.

Һәр беребеҙҙең күңелендәге тик матур бүлкәттәр генә асылһын ҡартлыҡта, тип теләйек. Гел аҡ "таштарын" ырғытһын тирә-яҡҡа кешеләр ҙә. Улар ҡартлыҡта тәүфиҡле, итәғәтле булһын. Ҡартлыҡ холҡо, ҡартлыҡ осоро – күңел түрендәге асылмай ҡалған серҙәрҙе асыу, ғүмер юлыңды йомғаҡлау мәле бит ул. Күңел түре серҙәре фәҡәт Хоҙайҙан икәнде онотмайыҡ.

Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА, Әбйәлил районы.

Фото: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
Автор:
Читайте нас: