– Һаумыһығыҙ, миңә ҡотлау бирергә кәрәк ине, кемгә ҡалдырайым икән?
Коридорҙың иң башында булғанлыҡтан, килгән-киткән кеше тәүҙә хаттар бүлегенең ишеген шаҡый. Был юлы урта йәштәрҙәге ҡатын башын һондо. Эргәһендә дүрт-биш йәштәрҙәге ҡыҙы ла бар. Төшкө аш ваҡыты ине, шунлыҡтан барыһы ла ҡайҙалыр таралышҡан.
Айнур:
– Әйҙәгеҙ, беҙгә инеп ултырып тороғоҙ! – тип ҡатынды бүлмәгә саҡырҙы. Ҡулы менән ишаралап ҡаршыһындағы ултырғысты күрһәтте. – Хәҙер килерҙәр, яҡын-тирәгә сыҡҡандарҙыр.
Әлбиттә, кеше килгәс, эшем эйәһе булып, ҡағыҙға тексәйеп ултырыу килешкән һын түгел. Айнур сәйнүген шыжлатып алды ла сынаяҡтарға сәй яһаны, ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына әйҙүкләне:
– Әйҙәгеҙ яҡыныраҡ, сарсап киткәнһегеҙҙер.
– Әлләсе, уңайһыҙ һымаҡ. – Ҡатын әҙәп өсөн генә әйттеме, әллә ысынлап ҡыйынһындымы, шулай ҙа сумкаһынан бер ус кәнфит алып, өҫтәл янына килеп ултырҙы.
– Себер күстәнәсенән ауыҙ итегеҙ әле.
Айнур уның ҡайһы яҡтан булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды.
– Үҙем былай тыумышым менән Хәйбулланан. Хәҙер Себерҙә йәшәйем. Отпускыға ҡайтып киләбеҙ, ирем сервиста машинаһын ҡаратам тип ҡалғайны, ә мин шул арала һеҙгә инеп сығырға булдым, – тип ни йомош менән килгәнен һөйләне ҡатын.
Ҡояшта ҡара янған ханымға Айнур:
– Һеҙгә ҡараһаң, бер ҙә Себерҙән килгәнгә оҡшамағанһығыҙ, – тине.
– Һиндостанда ун көн сәйәхәттә булғайныҡ. – Ҡатын ҡәнәғәт йылмайҙы.
– О-о-о! Бынау ваҡытта Һиндостан һынлы Һиндостанға барып ҡайтыу шәп инде ул.
– Бәләкәй саҡтан, их, шунда бер барһаң ине, тип хыяллана торғайным. Ғәжәп матур ил, һоҡланып туймаҫлыҡ!
Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, ҡыҙының күҙе янып китте:
– У-у, унда филдәр, бегемоттар туп-тулы, хатта крокодилды ла күрҙек, ивет, әсәй. Яман ҡурҡыныс.
– Шулай шул, ҡыҙым.
Байтаҡ һөйләшеп ултырғандан һуң Айнур:
– Кемде ҡотлайһығыҙ? – тип һораны.
– Иремде, – тип ниндәйҙер эске ғорурлыҡ менән әйтте үҙен Гөлиә тип таныштырған ҡатын.
– Улай икән, ә ирегеҙ ҡайҙа эшләй?
– Буровойҙа, инженер.
– Шәп!
Ҡатын, ихлас йылмайып, йәнә телгә килде:
– Иҫ китмәле яҡшы кеше ул, киләһе аҙнала илле йәш тула. Бына әле атай-әсәйҙәр янына тыуған көнөн билдәләргә тип ҡайтып барабыҙ.
Ҡатын асыҡ-ярыҡ икән. Ундайыраҡ кешеләрҙән ул-был хаҡында төпсөнөргә лә әллә ни тартынып тормайһың. Айнур:
– Шундай шәп ирҙе ҡайҙан эләктерҙегеҙ? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Әтеү беҙҙең башҡорттоң шәп-шәп ирҙәрен гелән башҡа милләт ҡатындары эләктерә бит.
– Ҡайҙан таптыммы? Себерҙә табып алдым, – ҡатын Айнурҙың күҙенә тура ҡарап йылмайҙы.
– Эй, шаяртаһығыҙ!
Ҡатын, ышанмайһыңмы тигәндәй, күҙҙәрен ҙур итеп асып:
– Эйе, эйе, – тип ҡабатланы…
* * *
Гөлиәнең был икенсе ире икән. Уларҙы ҡырыҫ Себер ҡауыштырған. Ҡатын нисек Себергә сығып китеүе хаҡында һөйләне.
– Әҙәмде яҙмыш йөрөтә инде, тәүге иремдән биҙрәп сығып киттем. Ауылда ҡалһам, барыбер көн күрһәтмәҫе асыҡ ине. Хәҙер уйлайым-уйлайым да аптырайым, нисек түҙҙем икән, тим. Бер ҡараһаң, үҙем ғәйепле инде, йүнләп белмәгән-күрмәгән кешегә тот та кейәүгә сыҡ, имеш. Йәнәһе, кейәүгә сығырға ваҡыт...
– Нисек танышҡайнығыҙ һуң?
– Эй! – Гөлиә ҡулын һелтәне. – Педагогия институтында уҡығанда әхирәтемдең туйына барғайным, шунда таныштыҡ. Үҙе гармунда уйнай, үҙе йырлай, орсоҡ кеүек бейей. Беҙҙең кеүек иҫәрҙәргә тап шундайҙар оҡшай ҙа инде. Минән башҡа ҡыҙҙар ҙа уға битараф түгел ине. Туйҙан һуң ул беҙҙең дөйөм ятаҡҡа килеп тә етте. Ике ай дуҫлашып йөрөнөкмө-юҡмы, миңә кейәүгә сыҡ тигәс, риза булдым да ҡуйҙым.
Уларҙың ауылына йәшәргә ҡайттыҡ. Тәүҙә кеше өйөндә торҙоҡ, шунан үҙебеҙ һалып сыҡтыҡ. Атайым менән әсәйем бура һатып алып бирҙе. Уныһына рәхмәт әйтәһе урынға, бер ҙә ҡәнәғәт булманы, ярҙам итмәйҙәр, һин уларҙың үгәй балаһымы ни, тип быуынға төштө. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы.
Холоҡһоҙҙоң холоҡһоҙо булып сыҡты ирем. Теләһә кемдән көнләште. Бер мәл мәктәпкә тикшереү килергә тейеш ине. Үҙегеҙ беләһегеҙ, шулай йонсоталар уҡытыусыны. Береһе китеп өлгөрмәй, икенсеһе килә. Тикшереү яҡынлаша башлаһа, өйгә ҡайтып ингән юҡ. Ул арала мал-тыуарҙы ла ҡарарға кәрәк. Әле уйлайым да иҫем китә: нисек түҙеп йәшәгәнмен... Бер көн кистән ҡайтһам, ишекте асмай, бар, ҡайҙа гүләйт иткәнһең, шунда йоҡла, ти. Мәктәпкә барып ҡундым.
Ҡайһы ваҡыт өҫтәлдән дәфтәрҙәрҙе алып туҙҙыра. Был тиклем дә аңһыҙ булыр икән! Үҙемде, шул кәрәк ине һиңә, артыңдан күпме егет йөрөнө, шуларҙы әҙәмгә һанаманың, тип эстән әрләйем. Хатта улым атайһыҙ балаларҙан көнләшә торғайны. Бер ваҡыт күршелә йәшәгән ҡатындың ире юл фажиғәһендә үлеп ҡалған. Шуны ишеткән улым ҡайтты ла: “Уларға хәҙер рәхәт инде, һуғышырға атайҙары юҡ. Беҙҙең атай ҡасан үлер икән? Эй рәхәт булыр ине”, – ти. Бахыр бала бөтә атайҙар ҙа бер иш була тип уйлағандыр инде.
Иҫеректең дә бит төрлөһө була, ә ирем бер сәбәпһеҙгә бәйләнде. Балта оҫтаһы бит, тегендә-бында эше сығып тора. Һәр эш һыйлау менән бөтә. Эстеме, бар эше мине туҡмау булды. Бынан ул ләззәт тапты. Мине язалағас, нисек ғорурланып, рухланып йөрөүен күрһәгеҙ ине. Ҡаршы һүҙ өндәшмәйем. Нисек кенә булһа ла, бәйләнмәһә ярар ине, тип көйөн көйләп кенә торам.
Уҡытыусы булғас, әҙәмсә кейенеп йөрөргә лә кәрәк. Инде яңы кейем алһам, тауыш сыға, башҡа ирҙәрҙе аҙҙырыу өсөн кейенәһеңме, тип мыҫҡыллай. Биҙәнмәйенсә лә йөрөп булмай, ә ул бөтә биҙәнгестәремде утҡа яғып бөттө. Атай-әсәйем янына ҡайтһаҡ, бер аҙым да эргәнән китмәй, минең хаҡта һөйләп кенә ҡара – үлтерәм, тип янай.
Телевизорҙан үлтереш, һуғыштарҙы ҡарай. Мин яратҡан телетапшырыуҙарҙы бөтөнләй ҡуйҙырмай. Эсмәгән кеше һирәк инде ул хәҙер. Ә бит эскән хәлдә лә әҙәмсә йәшәгәндәр бар. Кешенең шул тиклем ике йөҙлө булыуына иҫең китәр. Башҡалар менән харап матур һөйләшә. Ә өйгә ҡайтып инһә, ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмай, исемем менән түгел, ә “алйот”тан, “иҫәр”ҙән һалдыра. Ошо буламы һуң тормош?! Бер нисә тапҡыр китеп тә ҡараным. Арттан килеп етә лә ялбара башлай. “Әйҙә, ҡайтайыҡ инде, бынан һуң бармаҡ менән дә ҡағылмам. Бына икмәк менән ант итәм”, – тип ғәфү үтенә.
Бер мәл, өс туған һеңлем килергә тейеш тип, район үҙәгенән бер ҡыҙҙы барып ҡаршы алды. “Күптән күрмәгән туғаным”, – тип таныштырҙы. Йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләнем, аш һалдым, ҡунаҡ иттем, йомшаҡ халатымды кейҙереп мунсаға ебәрҙем. Йәнәһе, юлда арығандыр, йонсоғандыр. Ирем үҙгәрҙе, өлтөрәп йүгереп йөрөй. Иртәгәһенә урманға алып барып йөрөтөп киләм, ҡала кешеһенә танһыҡ инде, тип һеңлеһе менән икәүләп сығып киттеләр. Ике кис ҡунды ул беҙҙә. Хушлашҡанда йыуаса һалып, хатта ҡаҡлаған ҡаҙымды биреп оҙаттым. Ә беләһегеҙме, ул кем булған? – Гөлиә күҙен упайтып Айнурға ҡараны.
Хәбәрсе, мин ҡайҙан беләйем, тигәндәй иңбашын һелкетте.
– Һөйәркәһе! – тине Гөлиә.
– Һөйәркәһе? – Айнур ҡайтарып һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Нисек инде улай?
– Бына шулай!
– Бәлки, һеҙ яңылышаһығыҙҙыр! Ҡайҙан белеп ҡалдығыҙ?
– Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан хат килде, ул саҡта әлеге һымаҡ кеҫә телефоны юҡ ине. Күңел нимәлер һиҙенгән кеүек, туҡта әле, мин әйтәм, уҡып ҡарайым, тип астым да ҡуйҙым. Хат башынан-аҙағынаса “бәғерем, алтыным” һүҙҙәре менән сыбарланғайны. Хатта минең ҡунаҡ итеүемдән, бер ҡатлылығымдан көлгән. “Ҡатының бигерәк бер ҡатлы икән, ҡайҙан таптың шундайын асығауыҙҙы, бер нәмә лә һиҙмәне” тип тороп яҙған. Эй ғәрләндем. Үкһеп-үкһеп иланым. Әммә ирем ҡайтыуына тынысланғайным инде, шулай ҙа теге хатты юрамал өҫтәлгә һалып ҡуйҙым.
– Шунан?
– Был ҡайтты, хатты алып уҡығас, “ниңә астың?” тип сәсемдән матҡып алды ла сикәмә килтереп һуҡмаһынмы! Артҡа йығылып барып төштөм. Иртәгәһенә ул сығып киткәс, барлы-юҡлы кейемдәремде йыйып алып ҡайттым да киттем. Шул ваҡытта Себерҙән апайым килгәйне, беҙҙең мәктәптә эш бар тигәс, ике лә уйлап торманым.
– Хәҙер өйләнгәнме һуң?
– Әллә нисә бисә алып ҡараны инде, уның менән кем торһон! Теге һөйәркәһе килеп бер-ике ай торғанмы-юҡмы, тиҙәр.
* * *
Себергә килгәс, Гөлиә мәктәпкә эшкә урынлашҡан. Дәрестәр күп булғас, эш хаҡын арыу алған, ике сменала уҡытҡан. Көндәрҙең береһендә кисләтеп кенә фатирына ҡайтырға сыҡҡан ул. Ҡышҡы селлә. “Әлегә бер бүлмәлә йәшәһәм дә, Алла бирһә, аҡса йыйып, кескәй генә фатир алырмын әле”, – тип уйҙарға бирелгән.
“Әсә-ә-ә-й!” Кинәт яҡында хәлһеҙ генә тауыш ишетелгәндәй булған. Әллә башҡортса әйтте инде? Гөлиә баҙап ҡалған. Бер йорт янында нимәлер ҡыбырлай түгелме? Шулай шул! Тауыш килгән яҡҡа яҡыныраҡ барып ҡарағас, ул асфальт өҫтөндә сәс-башы туҙып, ауыҙ-мороно ҡанға батҡан ирҙе күргән. Гөлиә уға һаҡ ҡына төртөп ҡарағас, ары китергә баҫҡан еренән туҡталып ҡалған. “Бында ятһа, туңасағы көн кеүек асыҡ. Күңелемде мәңге ғәйеп тойғоһо ғазаплаясаҡ. Эскесе булһа ла, берәүҙең ғәзиз балаһы бит ул. Әсәһе, ҡатыны, балалары көтәлер. Берәү ҙә Себергә яҡшы тормоштан ҡотороп сығып китмәй”, – тип төрлө уй үткән башынан. Шунан иргә һаҡ ҡына ҡағылған Гөлиә: “Тороғоҙ, һалҡын алдыраһығыҙ бит, ана, иренегеҙ күгәрә башлаған”.
Ҡатын көс-хәлгә торғоҙған ирҙе. Үҙе берәй таныш-тонош күреп ҡалмаһын тип тирә-яғына ҡарана икән. Был ҡалала ауылдаштар туп-тулы. Бер эскесенән сығып киткәйне, хәҙер икенсеһен эйәртеп йөрөй тип көлөрҙәр, тип уйлаған. Оҙон телдәргә ауылға ҡайтып һөйләргә һүҙ булыр бит...
Ир ул тиклем иҫерек түгел икән. Ҡулындағы, битендәге ҡатҡан ҡан эҙҙәрен йылымыс һыу менән йыуып таҙартҡас, йылы сәй эсереп, йоҡларға һалған уны Гөлиә. Унан кейемдәрен сайҡатып элгән. Ныҡ ҡына арыуына ҡарамаҫтан, кемдеңдер ғәзиз балаһына ярҙам итә алыуына сикһеҙ шатланған.
Тот та әллә ниндәй ирҙе эйәртеп ҡайт әле. Ҡатыны булһа? Минең ирҙе үҙеңә ҡаратырға теләйһеңме, тип дауыллап килеп инһә! Гөлиә шуларҙы күҙ алдына килтереп көлөп ҡуйған. Тәүбә, тәүбә!
Иртән башы зыңҡып уянған Ғаян бер килке үҙенең ҡайҙа ятҡанын да аңламаған. Башҡортостандан килеп эш башлауына күп түгел икән. Тәүге эш хаҡын алғас, йыуҙырт та йыуҙырт, тип ҡаҡ быуынға төшкәндәр. Бригаданың олораҡ ирҙәре булғас, ул ҡаршылашмаған. Яҡшы ғына башланған кәйеф-сафаның һуңға табан бәхәскә күмелеп, үҙ-ара һуғышыу менән бөтөүен белһә, эскенән баш тартыр ине Ғаян. Шамил менән Алешаның ҡул көрәшенән башланған ыҙғыштың иң әсе емешен ул татығандыр. Ике аралағы бәхәсте туҡтатам тип, үҙе туҡмалып ҡуйған. Аҙна-ун көнгә ҡайтып килергә хыялланған булған. Ярай, әлеге хәл ялға ҡаршы тура килгән, юғиһә ике лә уйламай эшенән арт һанына тиберҙәр ине.
* * *
– Бына шулай беҙҙең ғаилә тарихы, – тип һүҙен тамамланы Гөлиә. – Шәп кеше ул Ғаян. Хәҙер ике балабыҙ үҫә. Улым өсөн үҙ балаһылай өҙөлөп тора. Әлдә теге ваҡыт ауылдан киткәнмен. Шунда ҡалған булһам, белмәйем, әлеге көндә һеҙҙең менән ошолайтып һөйләшеп ултыра алыр инемме?..
Авторы - Венер ИСХАҠОВ.
Фото: catalog-photo.ru