Туймазы районы Константиновка ауылы янында үлемесле авария теркәлгән - "БМВ" водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Хендай Акцент" машинаһына бәрелгән.
Хәл бик аяныслы: "Хендай" пассажиры ауыр йәрәхәттәрҙән урында уҡ һәләк булған... "БМВ"-ның водителе, уның дүрт пассажиры, шул иҫәптән өс бала һәм"Хендай"-ҙың икенсе пассажиры дауаханаға оҙатылған. Урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, юлдарға ҡар һырыуы, бер туңдырып, бер иретеп тороу сәбәпле, тайғаҡҡа әйләнеүе көтөлә. Водителдәр! Һаҡ булығыҙ, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: БР буйынса ЮХХДИ.