+21 °С
Болотло
1 аш ҡалағы һуған һуты (һуғанды ҡырғыстан ҡырып һутын алабыҙ)
1 аш ҡалағы бал
1 шт. йомортҡа һары
1 -2 аш ҡалағы репей майы[репейное масло]( әгәр аҙ булһа, май күләмен арттырырға мөмкин)
Шыйыҡ масса барлыҡҡа килә.
Бер өлөшөн сәс тамырҙарыбыҙға һылайбыҙ, ҡалған өлөшөн сәс буйлап һөртәбеҙ.
Полиэтилен муҡсаһын башҡа кейәбеҙ ҙә таҫтамал менән урайбыҙ .
1 сәғәт шулай йөрөйбөҙ.Һуңынан шампунь менән йыуабыҙ.
Башта аҙнаһына ике тапҡыр 2 аҙна дауамында , һуңынан аҙнаһына 1 тапҡыр сәсте ҡойолоуҙан дауалайбыҙ.
Сәсте 2 ай дауамында дауалайбыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән алынды.