-16 °С
Болотло
Башҡортостанда киң таралған һәм һирәк осраған исемдәр билдәле булды. «ЗАГС реестры» сайтының яңыртылған мәғлүмәттәренә ярашлы, малайҙарға — Абдулрахман, Виктор Стоун, Риман, Аполлинарий, Меружан, ә ҡыҙҙарға Хилолви, Мөнирә, Илайда, Оминави, Ариадна тип тә ҡушалар.
Республикала Әминә (393 ҡыҙ), София (361), Ева (346), Арина (344) һәм Амелия (343) кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға ата-әсәһе йышыраҡ Әмир (484), Тимур (347), Марк (346), Матвей (341) һәм Мирон (337) тигән исемдәрҙе һайлай.