Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Октябрь 2023, 16:54

Әгәр телефон һыуланһа...

Баҡһаң, тап ошондай "илаҡ" көндәрҙә мобиль элемтә салондарына телефондарын еүешләүселәр күпләп ярҙам һорап килә икән.

Әгәр телефон һыуланһа...
Әгәр телефон һыуланһа...

Белгестәр әйтеүенсә, проблеманы хәл итеү өсөн тәүлекләп ваҡыт талап ителә. Шулай ҙа телефонды ҡотҡарырға мөмкин.

Әгәр ҙә сервис үҙәге (салоны) һеҙгә алыҫ икән, йәки барырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, өйҙә лә нимәлер эшләй алаһығыҙ. Белгестәр кәңәше: һыуланған телефонды тиҙ генә һүндереп, аккумуляторын, симкаһын, флешкаһын алырға. Пленкаһы булһа ла, һыҙырып алығыҙ. Телефондың бөтә тишектәрен тикшерегеҙ. Мамыҡлы таяҡсалар, ҡағыҙ киптергестәр ярҙамында еүешлекте ҡоротоғоҙ. Тик фен менән киптермәгеҙ. Ҡояшта ҡалдырыу ҙа зыян ғына килтерер. Иң яҡшыһы – йылы бүлмәлә бер тәүлеккә һалып тороу. Ҡоро һауала һыу кибәсәк.

Әйткәндәй, дымға ҡаршы тороусы телефондар ҙа һыуҙан зыян күрә. Сөнки ныҡ еүешләнһә, ваҡ араларҙан (“ярыҡтарҙан”) һыу эскә инеүе ихтимал.

Шулай ҙа мөмкинлек табып, телефонығыҙҙы махсус белгескә күрһәтһәгеҙ, яҡшыраҡ.

Автор:
Читайте нас: