Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Октябрь 2023, 10:46

Һауа торошона бәйле Башҡортостан Башлығы юл хеҙмәттәренең эшен көсәйтергә ҡушты

Башҡортостандың көньяғында ҡар яуҙы. Шуға бәйле республика етәксеһе Радий Хәбиров 23 октябрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, дәүләт автоинспекцияһы етәкселегенә мөрәжәғәт итте.

Һауа торошона бәйле Башҡортостан Башлығы юл хеҙмәттәренең эшен көсәйтергә ҡушты
Һауа торошона бәйле Башҡортостан Башлығы юл хеҙмәттәренең эшен көсәйтергә ҡушты
«Репортаждарҙы ҡараныҡ. Юлдар тайғаҡ, юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Ауыр осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн тап ошо осорҙа әүҙем эшләргә кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ фатирҙарҙы йылытыуға бәйле ялыуҙарҙың өс тапҡырға кәмегәнен билдәләне.

«Техник проблемаларҙы хәл итеүегеҙҙе һорайым. Ҡыш етте бит инде», — тине ул, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселегенә мөрәжәғәт итеп.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда юл хеҙмәттәренең көсәйтелгән эш режимына күсеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-23/iz-za-neblagopriyatnyh-pogodnyh-usloviy-glava-bashkirii-poruchil-usilist-rabotu-dorozhnyh-sluzhb-3489378

Автор:Дарья Субботина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: