Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2023, 20:58

Айыу балаһы кеше менән дуҫлашҡан

"Бәлки, ул, яҡшылыҡты аңлап, беҙҙе яҡын күргәндер", ти ир.     

Айыу балаһы кеше менән дуҫлашҡан
Айыу балаһы кеше менән дуҫлашҡан

Быйыл августың аҙағында Йылайыр районында йөк автомобиле аҫтында ҡалып, айыу балаһы яралана. Уны быға тиклем айыуҙар менән эшләү тәжрибәһе булған Алексей Гавриловка дауаларға биргәндәр.

Ай ярым ваҡытта айыу балаһы үҙен ҡараусы Алексей Гавриловҡа өйрәнеп, уның менән дуҫлашып та өлгөргән.

– Айыу балаһы күҙ алдында үҫте. Тәбиғәттә улар был тиклем ауырлыҡ йыймай, тип уйлайым. Ул бик аҡыллы, тауыштан кәйефте аңлап тора. Мәҫәлән, уны таҙартҡанда уҫал һөйләшкәнде лә белә. Шаярып та ала.

Беҙгә улай уҡ өйрәнеп китер тип уйламағайныҡ. Ғөмүмән, беҙ үҙебеҙгә уны ылыҡтырырға теләмәнек. Шулай килеп сыҡты инде. Бәлки, ул, яҡшылыҡты аңлап, беҙҙе яҡын күргәндер.

Бик дуҫтарса мөнәсәбәтле айыу, шуға ла артабан уның яҙмышы нисек булыр, белмәйем,  – тип борсола Алексей.

Уны урманға сығарыу хәүефле, шуға ла ҙурыраҡ зоопаркка йәки циркка биреү яҡшы булыр, тигән фекерен дә әйткән ошо хаҡта тапшырыу төшөргән Башҡорт юлдаш телеканалы хеҙмәкәрҙәренә.

Фото: скриншот.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: