Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2023, 09:35

Картуф пирожкиҙары

Ҡамыр баҫырға кәрәкмәй. Тиҙ-тиҙ генә бешереп алырға уңайлы.

Картуф пирожкиҙары
Картуф пирожкиҙары

Картуф – 1 кг

Он – 2 – 3 ҡалаҡ

Йомортҡа – 2 дана

Ҡаймаҡ – 100 г

Тәменсә тоҙ, борос, укроп

Ҡыҙҙырыу өсөн май

Картуфты бешереп, иҙергә, тәмләткестәр өҫтәргә лә котлет ҙурлығында әүәләргә (пирожки яһарға).

Айырым һауытта йомортҡаларҙы һытып, тоҙ һалып, ҡаймаҡ өҫтәп, он ҡушып, болғарға. Кляр килеп сыға. Шуға картуф котлеттарын манып алып, майлы (күп һалмағыҙ) табала ике яғын да 3 – 4 минут ҡыҙҙырырға.

Горчицаға ҡаймаҡ болғап алһағыҙ, бына тигән соус килеп сыға. Уныһы һеҙҙең ҡарамаҡҡа.

Тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: