Алтын төҫтәргә мансылып еребеҙгә көҙҙөң икенсе айы - октябрҙә килеп етте. Халыҡ һынамыштарына күҙ һалғанда...
Йылы октябрь – һалҡын ҡышҡа
Көҙөн ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, ҡар күп булыр
8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә - иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә - тиҙ иреп бөтәсәк.
Көҙөн ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, бейек осһа, йылы килер.
Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.
Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ – япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
Көҙ көнө ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡышын ҡар күп булыр.
Егерме өсөнсө октябрҙә ураҡ ай остары менән төньяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр. Дүртенсе ноябргә тиклем ҡар күренмәҫ.
Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр.
Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр;
Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
Фото: proprikol.ru