-16 °С
Болотло
Монитор (экран) иғтибарҙы ала һәм кеше үҙенең ни ашағанын да, күпме ашағанын да белеп етмәүе, тәм дә тоймауы, хатта йүнләп сәйнәмәүе лә мөмкин. Йәштәр өсөн үтә хәүефле. Ғилми яҡтан иҫбатланған: монитор (экран) менән бергә ашау – һимереүгә тура юл.
Ҡайһы бер ата-әсә, киреһенсә, балаһы ашаһын өсөн гаджет менән алдаштыра. Йәнәһе, йәнһүрәт ҡарай-ҡарай ашай. Был – дөрөҫ түгел. Ашағанда иғтибар аҙыҡҡа булырға тейеш. Шунда ғына кеше тулыһынса сәйнәй, яйлап йота, күпме ашағанын контролләй.
Фото: vk.com