Иң файҙалы 10 гөл:
АЛОЕ
Ул, мәҫәлән, линолеум бүлеп сығарған зыянлы матдәләрҙе йота. Әйберҙәрҙең электрлашыуын бөтөрә. Төндә кислород бүлә, шуға йоҡо бүлмәһендә тотоу файҙалы. Шулай уҡ ауырып киткәндә, йәрәхәтләнгәндә лә ҡулланырға була.
ЯРАНГӨЛ
Һауаны яңырта, микробтарға һәм артыҡ дымға ҡаршы яҡшы сара. Себендәрҙе лә ҡурҡыта. Ауырығанда тымауға ҡаршы, ҡолаҡ һыҙлағанда, баш ауыртҡанда ҡулланалар. Кухня һәм йоҡо бүлмәһе өсөн яҡшы булһа ла (йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә), карауатҡа яҡын ҡуймағыҙ, сөнки ҡан баҫымын төшөрә.
КАКТУС
Эш бүлмәһе өсөн ҡулай, сөнки компьютерҙан таралған нурланышты йота. Ә бына йоҡо һәм балалар бүлмәһендә тотмаҫҡа, сөнки энәләренә сәнселеү ихтималы бар.
МИЛӘҮШӘ
Депрессиянан арындыра, тынысландыра, өйгә йәм өҫтәй. Барлыҡ бүлмәләрҙә лә урынлаштырырға була.
ФИКУС
Ул кислород бүлә, туҙанды йота, ағыуҙарҙы үҙенә һеңдерә. Кешене тынысландыра, шуға йоҡо бүлмәһендә тоторға мөмкин.
АЗАЛИЯ
Гөл арыуҙы бөтөрә, нервыны тынысландыра. Күҙҙәрҙе ял иттерә. Илһам бирә. Себен, көйә күбәләген, серәкәйҙе, йорт ҡырмыҫҡаһын ҡурҡыта.
ХЛОРОФИТУМ
Ул зыянлы бактерияларҙы юҡ итә, стенаға, иҙәнгә төшкән бәшмәккә ҡаршы көрәшә. Һауала булған 80 процент зыянлы микробтарҙы бөтөрә. Йәшел япраҡлыһы ла, йәшел япраҡта аҡ һыҙыҡ булғаны ла файҙалы.
СПАТИФИЛЛУМ (ҠАТЫН-ҠЫҘ БӘХЕТЕ ГӨЛӨ)
Стрессҡа ҡаршы матдәләр бүлеп сығара, һауаны таҙарта һәм дымландыра. Микробтарҙы, зыянлы матдәләрҙе йота. Яңы ремонт яһалған йортта үҫтереү бигерәк тә яҡшы.
САНСЕВИЕРИЯ
Был бигүк матур булмаған гөлдә халыҡта "ҡәйнә теле" тип тә йөрөтәләр. Уның һуты яраны таҙарта, ҡолаҡ һыҙлағанда, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан, ҡорсаңғынан файҙалы. Кислород бүлеп сығара, төҙөлөш материалдарың ағыулы матдәләрен үҙенә һеңдерә.
МИРТ
Ҡан һәм күҙ ауырыуҙарынан дауа. Тынысландыра, илһамландыра.
Фото: ru.freepik.com
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2023-09-17/i-fay-aly-10-b-lm-g-l-3441279