Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2023, 19:26

Тыныс йоҡла, Үтәгән батыры...

Бөгөн Әбйәлил районының Үтәгән ауылында оло ҡайғы

Тыныс йоҡла, Үтәгән батыры...
Тыныс йоҡла, Үтәгән батыры...

"Үтәгән ауылында оло ҡайғы. Ата-әсәһенең ғорурлығы, ғаиләһенең терәге, ике бәләкәй улына өлгөлө атай, яҡындарына туған йәнле, хәстәрлекле булған Рөстәм Ғәли улы Хисмәтовты бөгөн һуңғы юлға оҙаттылар. Булдыҡлы, оҫта ҡуллы ир-егет гөрләтеп йәшәр мәлендә, балаларын үҙе үҫтерер сағында һуғыш ҡорбаны булды. Үҙ ирке менән махсус операцияға юлланып, ҡаһармандарса ғүмере өҙөлдө. Рөстәм бөтә ауыл халҡын, туғандарын зар илатып, йөрәктәренә уңалмаҫ тәрән яра һалып китеп барҙы. Тыныс йоҡла, Үтәгән батыры!

Яҡындарының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ",  -тип яҙа район гәзите.

Беҙ ҙә батыр яугирҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын!

Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: