Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2023, 09:19

Баклажанлы әсе салат

Әсе боростан ризыҡ яратыусыларға.    

Баклажанлы әсе салат
Баклажанлы әсе салат
500 гр баклажан,1 кг помидор, 500 гр болгар боросо, 5 теш һарымһаҡ, 100 мл үҫемлек майы, 50 гр аш һеркәһе, ҡыҙыл, ҡара борос (тәменә ҡарап) кәрәк.

Помидорҙың ҡабығы еңел әрселһен өсөн ҡайнар һыу менән бешереп алабыҙ ҙа, блендер менән иҙәбеҙ. Унан һүрән генә утта 5 минут ҡайнатабыҙ. Баклажан менән боросто ваҡ ҡына шаҡмаҡлап турап, помидорға ҡушабыҙ. Көнбағыш майын, тәмләткестәрҙе лә ҡушып ебәреп, тағы 20 минут ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ аш һеркәһе менән иҙелгән һарымһаҡ өҫтәп, яҡшы ғына итеп болғатабыҙ. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән нығытып ябып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.
 
Фото: travel-dom.ru
Автор:
Читайте нас: