Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2023, 14:54

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Табындарығыҙ бәрәкәтле, мул булһын!

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

📌330 г он
📌300 г шәкәр
📌150 г аҡ май
📌150 г көнбағыш майы
📌270 мл кефир
📌3 йомортҡа
📌1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
📌1 балғалаҡ сода
📌1/4 балғалаҡ тоҙ
📌1 аш ҡалағы какао
📌2 балғалаҡ ҡыҙыл төҫтәге аш буяуы

❗Бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булырға тейеш

Крем:
📌700 г ҡаймаҡ (һарҡытылған, 20%)
📌300 г ҡуйы һөт (сливки, 33%)
📌150 г шәкәр пудраһы (мөмкин әҙерәк)

⃣Аҡ майҙы шәкәр, ванилин ҡушып ағарғансы туғырға.
⃣Берешәр йомортҡа өҫтәп яҡшылап туғырға.
⃣Көнбағыш майы ҡойоп болғатырға.
⃣Кефирға сода һалырға. Кефир күпереп китәсәк. Унан һуң ҡыҙыл буяуҙы ҡушып болғатырға.
5️⃣Ҡоро ингредиенттарҙы: ондо, какаоны, ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәрергә.
6️⃣Ҡамырға ондо, кефирҙы алмашлап өҫтәй барып болғатырға.
7️⃣Ҡамырҙы 2 формала бешерергә. Форма бейек булһа, берәүҙә лә бешереп була.
8️⃣180-190 градуста 40-50 минут бешерергә (минең мейестә 1 сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә беште).
9️⃣Бисквит һыуынғас, салафан төргәккә һалып, 3-4 сәғәткә (төнгөлөккә) һыуытҡысҡа оҙатырға.
🔟Аҙаҡ крем менән биҙәп, тәмләп сәй эсергә.
Байрам табындарығыҙ бәрәкәтле, мул булһын

 

УҢҒАН КИЛЕНДӘН РЕЦЕПТТАР төркөмөнән

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: