Даирә
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2023, 22:27

Килен (хикәйә)

Нәрисә алыҫтан килен булып төштө был ауылға. Ире үлеп, йәш балаһы менән тол ҡалған йәш ҡатынды Айбулатҡа димләнеләр. Беләк йыуанлыҡ оҙон толомло, нескә билле, һомғол буйлы Нәрисә бик сибәр ине. Айбулат бер күреүҙә оҡшатты буласаҡ ҡатынын. Буй һыны ҡупшы булһа ла битенә шаҙра төшкән Айбулатта нимә тапҡандыр Нәрисә, бер һүҙһеҙ риза булды ла ҡуйҙы.    

Килен (хикәйә)
Килен (хикәйә)
- Йә,кемде йәшереп уйнаш итеп ятаһың бында?! – төнгө ҡарауылда эшләүсе Айбулат ҡысҡырына һүгенә бәләкәс кенә өйҙөң аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Ҡатыны Нәрисә ҡурҡышынан мөйөшкә һырынды, карауатта уйнап ултырған бер йәшлек улы Рәфил ҡысҡырып иларға кереште. Айбулат баланы елтерәтте лә, Нәрисәне оҙон сәстәренән эләктереп алды.
- Әйт, әйт тием мин һиңә! Кем һөйәркәң?
Суҡмарҙай йоҙроҡ ҡатындың башын төйҙө,сәстәрен йолҡҡоланы, өҫтөндәге күлдәген йыртҡыланы.
Бар хәленсә туҡмап танһығы ҡанғас, тынысланған ир ашарға таптырҙы.Нәрисә йүгерә-йүгерә өҫтәлгә ризыҡтарын теҙҙе. Кистән ҡалған картуфты ҡыҙҙырып ултыртты, сәй яһаны. Ире таш ҡутарып ҡайтҡандай, ҡарһаланып ашарға кереште. Электр самауырына текләп, яңағына таянып ултырыусы Нәрисәнең йөрәге сәнсеп-сәнсеп ауыртты.
Айбулат фермала төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Кис эшкә китә, иртәнсәк ҡайта. Көн оҙоно йоҡо һимертә, йә урам буйында һәптәңләй. Дуҫ иштәре менән эсеп йөрөргә ярата ине.
Нәрисә алыҫтан килен булып төштө был ауылға. Ире үлеп, йәш балаһы менән тол ҡалған йәш ҡатынды Айбулатҡа димләнеләр. Беләк йыуанлыҡ оҙон толомло, нескә билле, һомғол буйлы Нәрисә бик сибәр ине. Айбулат бер күреүҙә оҡшатты буласаҡ ҡатынын. Буй һыны ҡупшы булһа ла битенә шаҙра төшкән Айбулатта нимә тапҡандыр Нәрисә, бер һүҙһеҙ риза булды ла ҡуйҙы.
Нәрисә балалы ҡатын булһа ла, Айбулат өйләнмәгән егет. Туйлап, оҙатып алдылар. Икеһе килешеп кенә етәкләшеп йөрөнөләр. Айбулат баланы ла үҙ итте тәү осорҙа.
Ҡәйнәһе Бибисара әбей яратманы киленен. Оҙон көндәр буйына мөңкөлдәп әрләүҙән бушаманы.
– Килен һыйырҙы яҡшылап һаумаған. Һыуалтып, һыйырҙарҙы боҙоп бөтә инде...
Төнө буйы илаҡ бала менән йоҡламай таң аттырған Нәрисә, йоҡоһона баш була алмай ҡаңғырҙы. Күҙҙәрен аса алмай, уяна алмай ятҡан ҡатынына Айбулат терһәге менән төрттө.
– Тор! Хәҙер көтөү китә.
– Саҡ ҡына ятайымсәле, – Нәрисәнең ялбарыулы бышылдауына тегенеһенең асыуы ғына көсәйҙе. Нәрисә тормай ята бирҙе. Ул арала алғы яҡта дөңкөлдәтә баҫҡан аяҡ тауыштары ишетелде. Ҡәйнәһе енләнһә шулай ныҡ итеп атлап йөрөй башлай. Оҙаҡ көттөрмәне, сабырһыҙ бупылдаҡ тауышы ла яңғыраны.
– Йоҡосо. Йоҡоһона баш була алмай. Әллә ҡайҙан табып алды бит шул ялҡау бисәне, доньяла ҡыҙҙар бөткәнме.
Нәрисәнең йоҡоһо осто. Ырғып тороп кейенде лә, тышҡа сыҡты. Арлы-бирле бит ҡулын сайҡағандан һуң, ҡойма башында түңкәреүле торған биҙрәһе менән сепрәген эләктереп кәртәгә табан атланы.
Кеше көтөү ҡыуа ла башлаған инде. Ул ғына йоҡлап ҡала яҙған да баһа. Рәфиле илаҡ шул. Әллә ят ергә ылыға алмаймы сабый, төн етһә йоҡлай алмай шарылдап илап сыға ине. Төнө буйы балаһын тымыҙа алмаған Нәрисәгә йоҡо ҡайҙа ул. Ире лә мыжыҡ, ҡәйнәһе лә уҫал. Кейәүгә сыҡмай инде ҡарт ҡыҙ ҡорона тулған бикәсе Фәниҙә лә аҫау айғыр һымаҡ.
Йыуаш холоҡло Нәрисәгә бик ауыр булды ҡәйнә йортона берегеп китеүе. Һәр береһенә ярарға тырышып йүгермәләһә лә ярай алманы. Баланы ла үҙ итмәнеләр.
Өс һыйырҙы һауғанса көтөү китеп өлгөргәйне. Нәрисә һыйырҙарҙы алып барып еткереп көтөүгә ҡушып, кире әйләнгәнсе ҡояш арыу уҡ күтәрелде. Яр һалып илаған баланы әүрәтеүсе лә юҡ ине. Айбулат бер нәмә белмәй салҡан төшөп йоҡлай. Бикәсе лә төшһөҙ тормаясаҡ. Ҡәйнәһе усаҡлыҡта һауыт һабаһын шалдырлатып ниҙер эшләп йөрөй ине. Нәрисә һөт йылыта ултыртты ла, сепаратын ҡора башланы. Ҡәйнәһе ғәҙәтенсә һөйләнеп ризаһыҙлығын белдерҙе.
– Һыйырҙы еткерә һаумай. Һөт нишләп әҙ, үҙем һауғанда улай булмай торғайны.
Килене өндәшмәне. Башын баҫып эше менән булды. Һөттө айыртып бөтөп, сепаратын йыуыуға ире тороп сыҡты, унан һуң оҙаҡ та тормай сәсе башы туҙған Фәниҙә күренде. Иртәнге сәйҙе һүҙһеҙ генә эстеләр. Ҡәйнәһе генә ғәҙәтенсә ауыҙ эсенән ниҙер мөңкөлдәп ултырыуҙан туҡтаманы. Нәрисә арлы бирле бер сынаяҡ сәйен һемерҙе лә тороп китте. Эскеһе килһә лә, оҙон-оҙаҡ итеп тәмләп, яйлап сәй эсеп ултырырға ҡыймай ине ул. Боронғо ҙур күмер самауыры күңелле генә гөжөлдәп ултырһа ла, өйҙә һәр саҡ мәйет сыҡҡандағылай һалҡын һәм шыҡһыҙ ине.
Килен булып төшкән тәү осорҙа, бер сынаяҡ сәйен эсеп бөтә лә, икенсегә яһарға ҡәйнәһенә шылдырып ултырта ине. Бибисара әбей, килендең буш сынаяғын күрмәмеш булып, йә улына йә ҡыҙына хәбәр һөйләгән булып тик ултырыр ине. Ҡәйнәһе алдынан алып үҙе яһап алырға ҡыйыулығы етмәгән Нәрисә тороп китергә мәжбүр ине.
Тамаҡ айырҙы Бибисара әбей килененән. Тауыҡ һуйып аш бешергәйнеләр. Килен һалма йәйҙе. Нәрисәнең әсәһе итте турап уртаға ултырта. Ҡәйнәһе һәр кемгә өлөшләп бирә икән. Һәр береһенә ит бүлеп бирҙе лә, самауыр артында ултырған киленде онотто. Бындай онотоуҙар көн һайын ҡабатлана ине. Ситтән төшкән килендең барырлыҡ кешеһе лә булманы ауылда. Барыһына ла күнеп өндәшмәй йәшәүен белде ул.
Тыштан инеп килеүсе Нәрисә ишек тотҡаһын тотҡан ерҙән туҡтап ҡалды.
– Алмаҫ нәмәне алды. Бер эш рәте белмәй үҙе. Балаһы илаҡ. Етем бала аҫрағанса етем быҙау аҫрар инем. Икәүләп елкәлә яталар, – Ҡәйнәһе күрше әбейе Ғәйниямалға зарлана ине. Ғәйниямал әбейҙең ни тип яуаплағанын тыңлап торорлоҡ хәле ҡалманы Нәрисәнең. Кәртә артына йүгерҙе ул. Туйғансы йәшенеп илап алды ла усаҡлыҡҡа инмәй, өйгә инде.
Бибисара әбейҙең яһиллеген белгән күрше-тирәләге йәшерәк ҡатындар йәш киленгә осрағанда һүҙ бирҙеләр. Әбейгә бирешеп торма, шулай тип әйт, былай тип әйт тип. Башҡа сығығыҙ тип тә ҡотортоусылар күп булды. Кинйә малайы Айтуған армиянан ҡайтмаған. Ҡайтһа ла әбей кинйәһен башҡа сығарып, Айбулатын янында ҡалдырырға уйлай ине. Айбулаты әсәһе һүҙен тыңлаусан, эшкә лә егәрлерәк. Үҙен Айбулат көтөрөнә ышанды ул.
Ҡәйнәһенең игәүе үҙәгенә үткән ҡатын, иренә башҡа сығыу тураһында һүҙ башланы. Тегенеһе өндәшмәгәс, мышҡылдап илап алды.
– Башҡа сыҡмаһаң атайымдарға ҡайтам да китәм, тип ысҡындырҙы.
Быны ишетеп ҡалған ҡәйнәһе тағы бауылдап әрләргә кереште киленен.
– Тымыҡ күлдә шайтан эйәләй тиеүҙәре шулдыр. Өндәшмәй генә йөрөһә лә ҡалай яман. Башҡа сыҡмаһаң ҡайтам тип тороп әле бында! Бар ҡайт! Ҡыҙҙар бөткәнме әллә...
– Ҡайтһам ҡайтыр ҙа китермен. Ҡартайып бөткән шаҙра улыңа кем килер икән, нишләп миңә тиклем тапманығыҙ һуң уға ҡыҙ? – килененең шым ғына, ҡысҡырмай ғына әрепләшеп ултырыуына оторо ярһыны Бибисара.
– Ах, һин аны,бөрсә! Ҡалай теле әсе!
Айбулат шым ғына сығып тайҙы. Былай булғас башҡа сығыу хәйерлерәктер. Ул икенсе урамда ауыл осонда йәшәүсе Ибраһим ҡарттарға йүнәлде. Яңы өй һалып сыҡҡан Ибраһимдың иҫке өйө буш тора ине, шуны һорарға уйланы. Ибраһим ҡарт өйөн ваҡытлыса йәшәп торорға бирҙе.
Ире ҡайтып әйткәс, Нәрисә бер көн дә ҡалғыһы килмәне был йортта. Әйберҙәрен йәһәт-йәһәт төйнәне. Артыҡ әйбере лә юҡ инде үҙенең. Кейем-һалымы ла, оҙатылып килгәндәге юрған-ҡаралдыһы, һандығы, әҙ-мәҙ һауыт-һабаһы. Ат егеп арбаға тейәп сыҡтылар ҙа киттеләр. Бибисара әбей бер сынаяҡ та бирмәне йәштәргә.
– Башҡа сығырға уйлағас, йәшәрлек рәте барҙыр, – тип һөйләнде. Балаһын күтәреп ишеккә ыңғайлаған килененә арты менән боролдо.
– Ярар, ҡәйнәм, һау булып тор, – тиеүенә лә, өндәшмәне. Килендең артынан ишек ябылғас, сеңләп илап ебәрҙе. Артта ҡалған Айбулат ни эшләргә белмәй тапанып тик торҙо. Әсәһе лә йәл, Нәрисәнән дә айырылғыһы килмәй ине.
– Әсәй, ярар инде. Әллә ҡайҙа китмәйбеҙ бит. Бер ауылда. Ташламаҫбыҙ. Килеп торорбоҙ.
- Сәсрәп китегеҙ!!! Быҙау!
Айбулат ауыр атлап сығып китте. Бибисара ҡарғанып иланы ла иланы.
Уның ҡарауы Нәрисә шат ине. Әйберҙәрен бушатҡас, өй эсен рәтләргә кереште. Уларҙың күсенгәнен күреп, күрше ҡатындары инде. Кемеһе – икмәк менән һөт, картуф, сәй тотҡан. Бер тәғәм ризыҡһыҙ башҡа сығам тип ашҡынған Нәрисә ризыҡтарҙы ҡыуанып алды. Ҡәйнәһе бер телем икмәк тә биреп оҙатманы исмаһам. Ярар, йәшәрбеҙ әле тип үҙен йыуатты ҡатын.
Матур ғына йәшәп ятырға насип булманы уларға. Башҡаның башы ауырымай тиһәләр ҙә, ауыртмаған ғына ҡайҙа ул! Бибисара тыныс йәшәтмәне улы менән киленен. Килгән һайын Айбулатты игәне. Уныһы сыҙаманы, эсә башланы. Эсеп ҡайтып, Нәрисәгә көн күрһәтмәне. Килененең туҡмалыуын кешенән ишеткән Бибисараның шатлығы эсенә һыйманы:
– Күрәһеләрең алда әле!
Нәрисә иренән туҡмалһа ла , һыр бирмәне , йәшәргә тырышты. Әсәләре лә белмәне ҡыҙҙарының тормошо нисек икәнлеген. Ҡунаҡҡа килгән арала ябығып , ҡарайып киткән ҡыҙына шиксел ҡараш ташлаған әсәһенә лә белдермәне үҙ хәлен. Нәғимә алыҫ араны яҡын итеп , анда бында ҡыҙына килеп бер ике көн ятып ҡайта ине.Ҡәйнәһе килгәндә Айбулатты алыштырып ҡуйған шикелле була ине. Ҡәйнәм тип хөрмәт итеп кенә тора, Нәрисәнең бер алдына бер артына сығыр ине. Кескәй Рәфилде ҡулынан төшөрмәй инде.Бындай ваҡыттарҙа уларҙан бәхетле кеше юҡтыр һымаҡ тойола.Нәрисәнең керһеҙ күңеле асыу , үс һаҡлай белмәй шул. Был концерттың әсәһе ҡайтып китеү менән бөтәсәген дә уйламай ул.
Нәғимә апай ҡайтып китеү менән , Айбулат тунының тиҫкәре яғын әйләндереп кейә. Бибисара әбейҙең бер ишараһы ғына етә ,улының йоҙроҡтары төйнәлә.
Бибисара әбей киленен яратманы ғына түгел , бөтә йөрәге менән күралманы. Үҙен көтә торған иң тыңлаулы , иң егәрле балаһынан айырған бисураны доньянан һыҙып ташларға ла әҙер ине ул.
Һәр бер кешегә килененә зарланды.Уны тыңлап арыған кешеләр ҡул һелтәй башланылар.
- Ҡуйсәле , Бибисара ! Былаялайым матур киленең бар , улайтма. Үҙең һәйбәт булһаң ул да арыуланыр.Ҡуй, тип киленде яҡлаусыларға ярһып, төкөрөгөн сәсеп киреһен иҫбатлар ине.Айбулат та Нәрисәне яратып , оҡшатып өйләнгәйне.Әсәһен тыңлай торғас, Нәрисәнең гел тиҫкәре яҡтарын ғына күреп тик торҙо.Утҡа кәрәсин һибеп тороусы булғас , ир хаттин ашты . Ҡуҡыш башындай балаға ла эләкте тос йоҙроҡ.Юҡ,Нәрисәнең күҙе башы күгәреп йөрөмәне. Ҡара янған тәнен кешегә асып күрһәтә алмай бит ул.Эстән янды ,тышҡа сығарманы.Ире айыҡ саҡта башын юғары күтәреп , ҡултыҡлашып йөрөгән булдылар.Бер кемгә зарын һөйләмәне йәш ҡатын.Ләкин ,беҙ ҡапсыҡта ятмай.Бөтә ауыл белә ине уларҙың тормошон.Бибисараның әхирәттәре ғәйбәт таратһа ла , булған халыҡ Нәрисәне йәлләй ине. Атаң әсәң, ҡайтыр ерең бар ,ҡайт та кит , тиеүселәргә лә ҡаршы өндәшмәне ул.Сат йәбешеп йәшәне. Унан һуң оҙаҡ та тормай ҡыҙы тыуҙы.
Ҡыҙ бала атай кешене йомшартты әҙерәк. Шул баланы һағынып , йүгереп ҡайтты Айбулат. Ҡулынан төшөрмәне.
- Ҡыҙым ҡыҙым ҡыҙ кеше , ҡыҙыма килер йөҙ кеше . Йөҙ кешегә бирмәҫмен , алып китер бер кеше, тип ҡыҙын юғары сөйөп һикертеп ултырған иренә бәхетле ҡараштары менән төбәлеүсе Нәрисәнең ҡыуанысы ҡыҫҡа ғүмерле булды.
Сабыйҙы әпәүләп кенә торһаларҙа , һаҡлай алманылар.Яңы йәшен тултырып ,тәп тәп атлай башлаған ҡыҙсыҡ сәсрәп ауырып китте.Оҙаҡ ҡына ауырығандан һуң , больницала күҙҙәрен мәңгелек.кә йомдо ул. Был ҡайғы атай менән әсәйҙе шаңҡытты.Айбулат ҡабат эсә башланы.Бибисара самогон ҡойоп йәшереп һатыштыра ине.Улына үҙе ҡойоп бирҙе. Эсеп иҫергән ир өйөнә ҡайтып ингәс батырлығын ҡатынына күрһәтте. Нәрисә тағы бәпес көтә ине.
Айбулат эсеп иҫереп , күҙе аларып ҡайтып ингәндә , ҡатыны ҡамыр баҫып тора ине.
- Хәҙер , ҡамыр баҫып бөтәм дә,ашарға ултыртам , тип үҙенә өндәшкән ҡатынын Айбулат осора һуҡты.Ҡаҡ салҡан ҡолаған ҡатындың эсендә ниҙер өҙөлгән кеүек булды.Ауыртыуға сыҙамай ,йән әрнеүе менән ҡысҡырып илаған Нәрисәгә әйләнеп тә ҡараманы ир. Ултырғыстағы ҡамырлы табаҡты иҙәнгә һөйрәп төшөрҙө.
Тышта яҙ ҡояшы көлә , ҡар иреп бөтөп бара инде.Ҡара ер кибеп етмәгән, ҡойо бысҡылдап ята.Айбулат ҡойоло итеген сисмәй ҙә лап лоп килеп ингән ине.Шашҡан ир бысраҡ итеге менән табаҡтағы ҡамырҙы иҙгеләп тапарға кереште. Һаман тора алмай , ыңғырашып иҙәндә ятҡан Нәрисә , ҡамырҙы иҙгеләүсе иренә рәнйене.
- Икмәкте тапаған аяҡтарың ҡороһон ине, тип ысҡындырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
- Хәҙер үҙеңде ҡоротам мин һинең!
Ире шашып ҡатынына ташланды.Айбулат айнығанда ҡанға батҡан Нәрисә иҫһеҙ иҙәндә ята ине.Ҡото осҡан ир ҡатынын һелкеткеләне.
- Нәрисә! Нәрисә !
Ҡатыны яуап бирмәне. Айбулат шашып Рәфилде эҙләне. Бала ҡайҙа булған һуң ?
- Рәфил! Һин ҡайҙа ?
Айбулат карауат аҫтына эйелде.Төпкә инеп йәшенгән малай , дер ҡалтырап ,күҙҙәре мөлдөрәп уға текләне.Ул балаға ҡул һелтәп ҡабат Нәрисә янына килде.
- Нәрисә, ташлама мине,ташлама.Инде тырнаҡ осо менән дә сиртмәм,араҡыны ауыҙыма ла алмам.
Айбулат башын иҙәнгә бәрә бәрә ант итте.Нәрисә ыңғырашып ҡуйҙы. Ҡатынының тере икәнен белгәс ир ,ырғып тороп ауылдың фельдшерына сапты. Уныһы килеп ҡараны ла,тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртып ҡатынды район дауаханаһына оҙатты.
Нәрисә үлмәне , тик ете айлыҡ сабыйын юғалттылар.Был хәлдән һуң Айбулат оҙаҡ эсмәй йөрөнө. Өй һалып инделәр.Рәфилгә иптәшкә ҡусты алып ҡайттылар.Рәфис тип исем ҡуштылар.Бибисара ла артыҡ ҡыҫылмаҫҡа тырышты.Тормоштары көйләнгән һымаҡ ине лә.
Бөкөрөнө ҡәбер ҙә төҙәтмәй тиеүҙәре хаҡ һүҙҙер.
Еңгәй ҙә еңгәй тип үлеп тороусы ҡустыһы Айтуғандан көнләшә башланы Нәрисәне Айбулат.Тағы эсеүгә тейеште. Нәрисәгә лә балаларға ла көн бөттө.
Асыҡ ярыҡ Айтуған ағаһының үҙенән еңгәһен көнләшеүен белмәне . Нәрисә үҙе лә һиҙҙермәне.Айтуған килеп ҡайтҡандан һуң , өйҙә ызғыш талаш ҡуба ине .
Айтуғандың район үҙәгендә йөрөгән ҡыҙы бар , Илһөйәр исемле. Яратҡан ҡыҙы тураһында серләшергә еңгәһенә килә ине . Уның уйына инеп тә сыҡманы , Айбулат ағаһының үҙен бысраҡ һүҙҙәр менән әрләүен . Айбулат ҡустыһы алдында , һис бер нимә булмағандай ҡыланһа ла , уның артынан ишек ябылыу менән Нәрисәгә ташланды.
Ызғышлы , талашлы тормош үҙәгенә үтте уның . Тик нимә эшләргә генә белмәне ул . Ике баланы етәкләп атай йортона ҡайтыуҙы башына ла килтермәне ул . Холҡһоҙ иренең ҡасан булһа ла , аҡылға ултырырына өмөтләнеп йәшәне лә йәшәне .
Ире генә дөрөҫ юлға баҫырға теләмәне . Доньяға шешә аша ҡарарға өйрәнгән кеше , икенсе төрлө йәшәүҙе белмәне лә шикелле.Эсеп ,шашып йөрөй торғас ,ҡазаға юлыҡты . Бер көтөү иҫерек ирҙәр һәм ҡуша байрам итергә яратҡан аҙғын ҡатындар , машинаға тейәлеп күрше ауылдағы үҙҙәре шикелле әшнәләренә юл тоталар. Рульдәге иҫерек ир йән фарман ҡыуа торғас , машина юлдан ситкә сығып оса һәм түңкәрелә. Ни ғилләлер , берәүһенә лә бер ниҙә булмай , Айбулат ҡына ғәрипләнә.Оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыға ул . Ана үлә , бына үлә тигән ерҙән тере ҡала . Артабан , аяҡтарына мәңге баҫмаясаҡ ирҙең көнө Нәрисәгә ҡалды .
Нәрисә зарланманы , ирен һәйбәт баҡты . Тик Айбулаттың холҡо ғына үҙгәрмәне . Ятҡан еренән ҡысҡырып һүгенеп әрләп ятыр булды . Ни тиклем генә ауыр булмаһын , Нәрисә сабыр үткәрҙе барыһын да .

Тиҙҙән , Айтуған һөйөклө Илһөйәренә яусы ебәрҙе . Матур итеп туй үткәрҙеләр . Бибисара әбей яңғыҙ булһа ла , ҡоҙа ҡоҙағыйҙары парлы һәм хәлле кешеләр ине . Бай һәм етеш тормошта иркәләнеп кенә үҫкән Илһөйәрҙе яратманы Бибисара әбей . Ләкин , үткер ҡыҙ әбейгә бирешерлек түгел ине . Бер һүҙенә мең яуап биреп торҙо .
Оҙон көндәр буйына көҙгө алдында сәстәрен бөҙрәләтеп , күҙ ҡаштарын буяп , оҙон тырнаҡтар эшләп ултырыусы килененә асыуы көслө булһа ла , Бибисара шымды . Килен оҙатылып килгәндән һуң ул , ҡартайып кесерәйеп ҡалды . Һуңғы арала ҡыҙы Фәниҙә лә ауырый ине.Тоҡомда булмаған ауырыу , шәкәр сире таптылар унда . Ҡыҙының үҙен ҡарарға кеше юҡ . Фәниҙә зарланманы , бүлмәһендә япа яңғыҙы ятты . Ашатһалар ашаны , онотһалар һораманы . Уны ҡарау ҙа Нәрисәнең иңенә төштө. Үҙ өйөндә ире ята , ике улы ярай ҡул аҫтына кереп килә, мал тыуарҙы ҡарау улар елкәһендә .
Нәрисә , яңғыҙы ҡартайып барған бикәсен йәлләй ине . Яман ауырыу аяҡтан йыҡҡан бикәсен үҙе теләп , риза булып ҡараны .
Боронғо исем ҡушҡандар тип , үҙ исемен яратмаусы Илһөйәр исемен Илона тип үҙгәртте . Ҡатыны ни ҡыланһа ла уға олтораҡ булырға әҙер Айтуған , уның Илонаға әйләнеүенә лә күнде . Туйҙан һуң оҙаҡ та үтмәй тыуған ҡыҙына башҡортта булмаған исемде ҡушыуына ла ҡаршы килмәне . Азелла нимәне аңлаталыр , Бибисара ейәнсәренең исемен әйтә алмай ҡаңғырҙы ҡаңғырҙы ла , Ғәйзулла тине лә ҡуйҙы . Исемде кем тип ҡуштығыҙ , тип һорағандарға , Ғәйзулла тип яуапланы .
- Һуң һеҙҙең ҡыҙ түгелме ней ? тиеүселәргә , ирҙәр исемен ҡушты килен үҙенә оҡшағас ней тине . Килененең яңы исеменә лә күнегә алманы ул , Иланы килен тип кеше көлдөрҙө . Ауыл кешеһе ҡушамат ялпаштырырға әҙер генә тора бит инде , Илона тиер урынға , Илаҡ килен тип ҡушамат сәпәп тә ҡуйҙылар .
Илаҡ килендә донья көтөү , бала бағыу ҡайғыһы булманы . Бар белгәне дискотека ла күңел асыу булды . Айтуған бала менән ултырып ҡала ине , Илаҡ таңға тиклем күңел асып ҡайта ине .
Аҙып-туҙып йөрөй торғас, бер көндө ул бөтөнләй ҡайтманы. Кәбәнгә төшөп юғалған энәләй юҡҡа сыҡты . Эҙләп тә таба алманылар . Шулайтып Азелла , Бибисара әйтмешләй Ғәйзулла етем ҡалды .
Айтуған бөгөлдө, эсеүгә тейеште. Йөрөй торғас күрше ауылдың бер яңғыҙ ҡатынға барып инде. Тик , йәш ҡатыны уның ҡыҙын көтөргә ризалашманы. Ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙы Нәрисә алды.
Бибисара әбейҙең бөтә балаларын бағырға һин тейешме ни, ташлап сыҡ та кит , тиеүселәргә лә ҡаршы өндәшмәне Нәрисә. Ятҡан ирен дә, бикәсен дә, сабыйҙы ла ҡараны ул. Үҙенең ике улын да етемһерәтмәне, ҡәйнәһенең насар холҡона ла түҙҙе. Доньяһын да ысыньяһау итеп тотто .
Ауырыу ҡалһа ла, холоҡ ҡалмай тиҙәр. Килене сәсе менән ер һеперһә лә, яратманы уны Бибисара. Кеше һайын яманлап һөйләне. Айбулаттың ғәрипләнеп ятыуын да Нәрисәнән күрҙе. Нәрисә булмаһа, ҡыҙын һәм ейәнсәрен кем ҡарарын уйлап та бирмәй ине ахрыһы .
Бикәсе риза булып ятһа ла, ире үҙәгенә үткәрә алғансы үткәрҙе уның.
Хәле ныҡлап насарая башлағас ҡына, Нәрисәне янына саҡырып алды. Китерен һиҙгәндер ахрыһы. Илап ғәфү үтенде.
- Кисерә алһаң , кисер мине, Нәрисә. Ихх!!! Терелеп китһәм, ҡәҙереңде белеп кенә йәшәр инем, күтәреп кенә йөрөтөр инем дә ул...
Күңеле йомшарған ҡатын ирен йәлләне, үлһә бер тамсы күҙ йәшен түкмәҫмен тип уйлай торғайны. Айбулаты күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас ҡатын, түгелеп илап ебәрҙе .
Ғәжәп бит был донья тигәнең. Үҙенә бер яҡшылыҡ та күрһәтмәгән иренә рәнйеүҙәре һыпырылып юҡҡа сыҡты. Гел яҡшы яҡтары ғына иҫенә төшөп тик торҙо. Уның, исмаһам тағы әҙерәк йәшәй бирмәне, тип уфтаныуына ауылдаштары иҫтәре китеп аптыраны.
Был доньяны, ошо Нәрисә кеүек сабыр һәм изге күңелле килендәр тотоп торалыр, бәлки. Шундай Нәрисәләр арҡаһында тормош матурҙыр тигән уй килде башыма.
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: