Даирә
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август , 16:44

Йоҡонан ял итеп уянасаҡһығыҙ

Ошолай эшләгәндәр варикоз ауырыуынан да һирәгерәк йонсой.    

Йоҡонан ял итеп уянасаҡһығыҙ
Йоҡонан ял итеп уянасаҡһығыҙ

Спорттың файҙалы икәнлеге хаҡында барыһы ла бик яҡшы хәбәрҙар. Шуға һәр кем үҙе яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнергә ынтыла: кемгәлер йөҙөү оҡшаһа, бәғзеләр йүгерергә әүәҫ. Иң мөһиме: физик күнекмәләр менән ихлас күңелдән шөғөлләнегеҙ. Бөгөн гүзәл зат организмы өсөн файҙалы спорт төрҙәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре хаҡында яҙырға булдыҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тиккә генә гүзәл зат вәкилдәре тип атамайҙар.  Улар – өй ҡотон һаҡлаған әсәй һәм ҡатын, туғандарына терәк апай һәм һеңле. Тормоштағы бурыстары  ла уларҙың үтә мөһим: ғаилә именлеген, торлаҡта йәшәү йәмен һәм, ғөмүмән, йәшәйештең асылын тәьмин итеүселәр. Ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ тормош һанһыҙ. Шуға уларға  сәләмәт булыу зарур. Ә бына һаулыҡты иһә физик күнекмәләр, спорт нығыта. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙ, тормошта ниндәй  генә хәлдәр теркәлмәһен, һомғол буйлы, ыҡсым кәүҙәле һәм матур булырға тейеш. Түбәндәге күнекмәләр тән ауырлығын контролдә тоторға ярҙам итә. Тағы спорт кәйефкә ыңғай йоғонто яһай икәнлеге, һөҙөмтәлә гүзәл зат вәкилдәренең тирә-яҡҡа бәхет-ҡыуаныс өләшергә, тормошта осраған төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәнлеге хаҡында ла бик яҡшы беләбеҙ.

Велосипедта йөрөү

Был спорт төрөнөң файҙаһы бик күп. Ошо транспорт сараһында бер нисә километр араны урағандан һуң, йоҡоғоҙ сәләмәт буласаҡ, йәғни “әүен баҙарынан” ял итеп уянасаҡһығыҙ, сөнки был транспорт төрөндә даими елдереү организмдан йоҡоға талырға ҡамасаулаған стресс гормонын –  кортизолды сығарасаҡ.

Тағы был спорт төрө ашҡаҙан эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Организмдағы матдәләр алмашыныуының яҡшырыуы һөҙөмтәһендә аппетит барлыҡҡа килә һәм аҙыҡ-түлек эшкәртелеүе яҡшыра.

Был спорт төрө сыҙамлы, әүҙем булырға, төрлө ауырлыҡтарға ҡаршы торорға булышлыҡ итәсәк. Эшкә лә бик теләп йөрөйәсәкһегеҙ. Быға  спорт менән даими шөғөлләнеүегеҙ булышлыҡ итәсәк.

Велосипедта йөрөү мускулдарҙы нығытыу өсөн яҡшы. Был күнекмәләр аяҡтарҙы нығытып ҡына ҡалмай, тотош фигура торошона ла ыңғай тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә тән матурлығығыҙ кәйефегеҙҙе күтәрер, аяҡ мускулдарығыҙ нығыныр, өҫтәүенә, матдәләр алмашыныуын тиҙләтеү кеүек үҙгәрештәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ. Тағы тәнегеҙ торошо яҡшырып ҡына ҡалмаясаҡ, уның ҡартайыу процесы ла әкренәйәсәк. Тағы һырҙар барлыҡҡа килеүҙе кәметкән коллагендың барлыҡҡа килеүе өсөн бына тигән шарттар тыуа.

Велосипедсылар варикоз ауырыуҙарынан һирәгерәк йонсой, сөнки аяҡтар менән педалдәрҙе ишкәндә ҡан әйләнеше яҡшыра. Шуға был спорт төрө менән дуҫ булыу файҙаға ғына.

Йогалатес

Һуңғы ваҡытта йогалатес иң популяр спорт күнекмәләренең береһенә әүерелде.  Спорттың был йүнәлеше гүзәл заттар өсөн бигерәк файҙалы, ти белгестәр. Йога – физик һәм рухи йәһәттән камиллашыуға йүнәлтелгән боронғо һинд методикаһы ул. Пилатес – төрлө ыңғай хис-тойғолар, ял итеү ярҙамында һомғол буйлы булыу өсөн махсус система.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр йыш ҡына төрлө көсөргәнештәргә дусар була һәм тиҙ арыусан. Ошо ваҡытта йогалатес ярҙамға килә: ул йомшаҡ хәрәкәттәрҙән тора. Был күнекмәләр дөрөҫ тын алыуға ла йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә был күнекмәләр үпкә һәм диафрагма үҫешенә булышлыҡ итә. Тағы йогалатес һәр кемгә үҙ-үҙенә ышаныу тойғоларын арттыра. Ә  был беҙгә, гүзәл заттарға, бик кәрәк һыҙат.

Фото: ru.wallpaper.mob.org

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в