Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
28 Август 2023, 05:21

Йондоҙнамә (28 август – 3 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (28 август – 3 сентябрь)Йондоҙнамә (28 август – 3 сентябрь)
Йондоҙнамә (28 август – 3 сентябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Бөтөн эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шишәмбелә генә улар туҡтағандай тойолор, ләкин был оҙаҡҡа һуҙылмаҫ. Кесе йомала ниндәйҙер мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Килеп тыуған һорауҙарға тапҡыр яуап табыуы е:ңел булмаҫ, моғайын. Иғтибарлылығыҙ һәм тырышлығығыҙ арҡаһында барыһына ла төшөнөрһөгөҙ. Аҙна аҙағында бер аҙ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә көтмәгәндә килем алырһығыҙ. Һуңғы танышлығығыҙ өмөтлө булырға оҡша. Яңы танышығыҙҙан ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләр ишетерһегеҙ. Шәмбелә мәшәҡәттәр уйлағандан күберәк булыр.

Ҡуҙы ( 20.04 – 20.05)

Аҙна араһында иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бәләкәй генә нәмәләрҙе лә күҙ уңында тотоғоҙ – шулай ғына хаталарҙы булдырмаҫҡа мөмкин. Төп эшегеҙҙә кесе йомала бәхәстәр булыуы ихтимал.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Йондоҙҙарҙың ярҙамын һәр саҡ тойорһоғоҙ. Шишәмбелә башҡалар эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр, ләкин бынан зыян күрмәҫһегеҙ. Йомала үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Дүшәмбе ауырыраҡ көтөлә – бер юлы ике-өс эш менән булышырһығыҙ. Шаршамбыла ла борсолор өсөн сәбәптәр табылыр. Дөрөҫ юлды тиҙ табырһығыҙ кеүек.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Шишәмбегә ныҡлап әҙерләнегеҙ. Һеҙҙең өсөн ниндәйҙер мөһим ваҡиға булыр һымаҡ. Ғөмүмән, был көндөң йомғаҡтары киләсәгегеҙгә һиҙелерлек йоғонто яһар. Аҙна барышында кире хәлдәр, юғалтыуҙар көтөлмәй.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шишәмбе-шаршамбыла ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар. Бер эшегеҙ хатта бер аҙға туҡтап та торор. Ситтән килгән ярҙам менән уны тиҙҙән яңынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмағыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Яңы эштәрегеҙҙе башлап ебәрергә ашыҡмағыҙ. Башта тамамланмағандарын бөтөрөгөҙ, юғиһә киләсәктә бер урынында тапанырһығыҙ. Кесе йомала алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр көтөгөҙ. Бәғзеләрҙең күптәнге хыялы тормошҡа ашыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Милек менән бәйле мәсьәләләр һәйбәт хәл ителер. Шишәмбелә уйламаған ерҙән аҡса килер. Аҙна аҙағында элекке танышығыҙ бәйләнешкә сығыр. Һөйләшеү ике яҡ өсөн дә ҡыуаныслы булмаҡсы.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Еңел аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Шулай сисә алмаҫлыҡ мәсьәләләр көтөлмәй, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр һеҙҙе ҡурҡытмай ҙа, буғай. Тиҙҙән барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен асыҡ тогйорһоғоҙ. Шәмбелә күңелегеҙгә лә, тәнегеҙгә лә ял бирергә форсат сығыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Үтә үҙгәреүсән осор көтөлә. Шишәмбелә уйламаған ваҡиғалар килеп сығыр. Эшегеҙ күбәйер, ләкин бер ниндәй ҙә зыян булмаҫҡа тейеш. Был арала башҡаларҙан әллә ни ҙур ярҙам көтмәгеҙ, күберәк үҙ көсөгөҙгә таянығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-08-27/yondo-nam-28-avgust-3-sentyabr-3391954

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас