Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2023, 12:45

Өфө урамында... айыу

Уны урмандан, моғайын, аҙыҡ эҙләп килгәндер тигән фекергә килгән белгестәр.    

Өфө урамында... айыу
Өфө урамында... айыу

Кисә көндөҙ Өфө халҡын шаҡ ҡатырған ваҡиға булды. Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә көпә-көндөҙ... айыу йөрөгән. Тайыштабан биҫтәнең шәхси секторында, урмандан алыҫ түгел урында йөрөгән. Быны күреп торған кешеләр видео төшөргән һәм социаль селтәргә һалған. Әйткәндәй, айыуҙы әсә менән балалар күргән. Бала ҡатындан айыу кешене тешләй алама тип ҡыҙыҡһынған.

– Әлбиттә, тешләй ала. Тиҙерәк өйгә инегеҙ, ҡыҙҙар, бер ҡайҙа ла бармайбыҙ, – ти уларға әсәләре.

Был хәл буйынса республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр иткәндәр, урынға ведомство белгестәре барған. Яҡынса, айыуға йәш ярым. Уны урмандан, моғайын, аҙыҡ эҙләп килгәндер тигән фекергә килгән белгестәр. Тайыштабан Базилеевка яғына урман эсенә инеп ҡасҡан.

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: