

- Профилактик эш, уҡыусылар менән әңгәмәләр үткәреүҙең әһәмиәте ҙур. Районда енәйәтселек арта. Ағымдағы йылдың һуңғы ете айында ғына ла ете ваҡиға теркәлде, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, дүрт осраҡҡа күберәк. Был осор эсендә 12 бәлиғ булмағандар полицияға һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға профилактик иҫәпкә ҡуйылды. Был сараны үткәргәндә, һеҙ үҙегеҙ өсөн һөҙөмтә яһарһығыҙ һәм киләсәгегез тураһында уйланырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ, - тине Гөлнара Мәҡсут ҡыҙы. Сарала райондан педагогтар һәм 80-дән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Сараның төп өлөшө тамамланғандан һуң янғында үҙеңде нисек тотоу тураһында өйрәтеү буйынса эвакуация уҙҙы. Янғын һүндереүселәр балаларға үҙ эштәре тураһында һөйләне һәм улар янғын һүндереү машинаһына ултырып, үҙҙәрен ысын ҡоткарыусылар итеп күҙ алдына килтерә алды.
Йәштәр үҙәге психологы Регина Плаксицкая арт-терапия үткәрҙе, шулай уҡ эҙләүсе отрядтарҙың күргәҙмәһе эшләне. Балалар автоматты һүтеп йыйыуҙа, спорт эстафетаһында, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштылар.
Әлиә Юлыева.