Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
5 Август 2023, 17:55

Себештәр йомортҡанан... тауыҡһыҙ сыҡҡан

Был хәл Илеш районында булған.

Себештәр йомортҡанан... тауыҡһыҙ сыҡҡанСебештәр йомортҡанан... тауыҡһыҙ сыҡҡан
Себештәр йомортҡанан... тауыҡһыҙ сыҡҡан

Илеш районының Ябалаҡ ауылында йәшәгән Лилиә Мортазина үҙҙәрендә булған ҡыҙыҡлы хәл менән уртаҡлашҡан. Ул видеояҙма төшөрөп һалған. Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, себештәр йомортҡанан уларҙы баҫып ята торған тауыҡтан башҡа сыҡҡан, сөнки хужалар ҡош-ҡортон, шул иҫәптән ул көртләгән тауыҡты ла күптән йыйып ябып ҡуйған.

«Әлхәмдилуллаһ. Тауыҡ һарай башына ҡасып ҡына йомортҡа һалған булған, аҙ ғына баҫып ултырған инде. Тауыҡтарҙы күптән йыйып алдыҡ, эҫе көндө былар үҙҙәре сыҡҡан. Собханаллаһ. Кәзә һауғанда тауыштарын ишеттек. Хәҙер өйгә индерәбеҙ. Аҙаҡ көртләгән тауыҡҡа ҡушырбыҙ», – ти Лилиә видеояҙмала, Альберт исемле малайға мөрәжәғәт итеп.

Фото: fonwall.ru

Cығанаҡ: https://vk.com/id145143597

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-08-05/sebesht-r-yomort-anan-tauy-y-sy-an-3373943

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас