Даирә
+21 °С
Болотло
Төрлөһөнән
24 Июль 2023, 07:27

Бай баҡса: Үҙ һутындағы помидор

Помидорҙарығыҙ ҡыҙара башланымы? Уңған хужабикәләр күптән нимә әҙерләргә уйлап ҡуйғандыр инде. Һеҙгә еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Шулайтып та эшләп ҡарағыҙ.

Бай баҡса: Үҙ һутындағы помидорБай баҡса: Үҙ һутындағы помидор
Бай баҡса: Үҙ һутындағы помидор

Өс кг ҙур помидорҙы ит турағыстан үткәрергә. Һут өсөн кәрәк. Иҙмәне һөҙөргә (тышы менән орлоғо иләктә ҡала). Һутҡа иҙелгән бер баш һарымһаҡ, биш бөртөк хуш еҫле борос (борсаҡлы), өс ҡалаҡ тоҙ, ете ҡалаҡ шәкәр һалып, болғап, 6 - 7 минут ҡайнатырға.

Дүрт кг помидорҙың (оҙонса булмаһын) тышын әрсеп, стерилләнгән банкаларға тултырырға. Баяғы һутты ҡойорға. Өҫтәренә бер балғалаҡ уксус һалырға һәм тимер ҡапҡас ябып, 12 - 15 минут самаһы ҡайнатырға. Ҡапҡастарын нығытып бороп, йылы урынға ҡуйып  торорға. Банкалар һыуынғас, һаҡлауға ултыртырға. 

Күптәр ҡышты көтөп тормай, был тәмле помидорҙы көҙөн үк ашап бөтә)))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас