Даирә
+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Июля 2023, 07:31

Йәшен ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән

Йортта йәшәүселәр иһә...

Йәшен ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергәнЙәшен ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән
Йәшен ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән

Бөгөн төндә Иглин районының Искра ауылында янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар барғанда йортто ут ялмап алған була. Янғын һөҙөмтәһендә 1960 йылғы ир һәм 1961 йылғы ҡатын зыян күргән. Уларҙы Өфөләге 18-се дауаханаға оҙатҡандар.

Ведомствоның тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, өйҙө йәшен атыу һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан.

Шулай уҡ бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Яңы Краснояр ауылында магазин янған. Уттан сауҙа бүлмәһендәге йыһаздар, кәштәләр, өҫтәлдәр зыян күргән.

Ут һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй, шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: mchsrb

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас