Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
22 Июнь 2023, 11:34

Микротулҡынлы мейес серҙәре

Микротулҡынлы мейестә нимә йылытырға, киптерергә була?    

Микротулҡынлы мейес серҙәреМикротулҡынлы мейес серҙәре
Микротулҡынлы мейес серҙәре
  1. Киптерелгән аш тәмләткес үләндәрҙең тәмен яңыртып алырға теләһәгеҙ, 30 минутҡа уларҙы микротулҡынлы мейестә тотоу ҙа етә.
  2. Иҫкергән икмәкте салфеткаға төрөп, яңыртып алырға ла була.
  3. Миндаль емештәрен бер аҙ эҫе һыуҙа тотоп алғандан һуң, 30 секунд микротулҡынлы мейестә ҡыҙҙырһаң,  ҡабығы яҡшырыҡ әрселер.
  4. Әфлисун менән грейпфрутты мейескә ҡуйып алғандан һуң уларҙың ҡабығы эсендәге аҡ тышсаһы еңел генә таҙартылыр.
  5. Микроутулҡынлы мейес ярҙамында лимон һутын тамсыһына тиклем һығып алырға була.
  6. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә теләгән йәшел тәмләткестәрҙе киптерергә теләһәгеҙ, микротулҡынлы мейескә ҡуйып алығыҙ.
  7. Балыҡ ҡырҡҡан, йәшелсә-емеш тураған таҡтағыҙҙағы насар еҫ бөтмәһә, лимон һөртөп, «ҡыҙҙырып” алығыҙ.
  8. Һауыт- һаба йыуған губканы дезинфекциялау өсөн был мейес үтә лә уңайлы.

Фото: dr-web.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас