

Баш ҡаланың Зорге һәм Шәфиев урамдары араһында йүгереп йөрөгән ҡоралай өфөләрҙе аптырата һәм ғәжәпләндерә.
Ҡайҙа йәшенергә белмәгән малҡай 89-сы мәктәптең ихатаһына инеп йәшеренә. Уҡытыусылар шунда уҡ Башҡортостандың Тәбиғәтән файҙаланыу һәм экология министрлығына шылтырата. Белгестәр ҡоралайҙы тотоп ала, тынысландыра торған дарыуҙар ҡаҙай. Ветеринарҙар ентекле тикшергәндән һуң, уны Өфө районына алып барып, урманға ебәрәләр. Бынан ары, ҡоралай ҡала урамдарын урап үтер тип өмөтләнәйек.
Әле ҡоралайҙарҙың уйнаған сағы, туй ваҡыты. Был мәлә айырыуса ата ҡоралайҙар батырланып китә һәм ҡурҡыу тойғоһон онота. Шуға водителдәрҙе уяу булырға саҡырабыҙ, ҡоралайҙарҙың ҡапыл юлға килеп сығыуы ихтимал. Айырыуса төнөн, урман-таулы райондарҙа иғтибарлы булырға кәрәк. Ауыл йә ҡала биләмәһәндә ҡырағай хайуан күреп ҡалһағыҙ, министрлыҡтың “ҡыҙыу телефоны"на +7 (347) 218 – 04 – 30 телефоны буйынса шылтыратығыҙ йәки 112 һандарын йыйығыҙ, - тине министрлыҡтың хайуандар донъяһын файҙаланыуҙы һаҡлау һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Ризуан Әхтәмов.
Фото Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һм экология министрлығынан алынды.