Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июнь 2023, 09:08

Редисығыҙ өлгөрҙөмө?

Был йәшелсәне ваҡытында ашамаһаң, тиҙ генә ҡатып, тәмен юғалтып бара. Һеҙҙең иғтибарға редисты еңел генә маринадлау рецебын тәҡдим итәбеҙ.      

Редисығыҙ өлгөрҙөмө?
Редисығыҙ өлгөрҙөмө?

Баҡсала иң иртә йәшелсәләрҙең береһе – редис өлгөрҙө. Уны ваҡытында ашамаһаң, бик тиҙ ҡатып, тәмен юғалтып бара. Һеҙҙең иғтибарға редисты маринадлау рецептын тәҡдим итәбеҙ.

Бер килограмм самаһы редисты йыуып, түңәрәкләп турайбыҙ. Стерилләнгән банка төбөнә самалап укроп, һарымһаҡ, бер лавр япрағы, бер нисә бөртөк ҡара борос һәм ҡәнәфер һалабыҙ. Өҫтөнә тығыҙ ғына итеп редисты тултырабыҙ һәм маринад ҡоябыҙ.

Маринад әҙерләү. Бер литр һыуға биш балғалаҡ шәкәр, өс балғалаҡ тоҙ һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас 100 грамм 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ. Кәстрүлдең ҡапҡасын асмайынса 15 минут самаһы тотҡандан һуң, редис өҫтөнә ҡоябыҙ. Банкаларҙың ҡапҡасын ныҡлап ябабыҙ. Ризыҡ икенсе тәүлеккә әҙер була, һыуытҡыста оҙаҡ ваҡыт яҡшы һаҡлана.

Фото: sb.by

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: